YouVersion Logo
Search Icon

Ғамос 9

9
Раббы язаһынан ҡотолоу юҡ
1Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине:
«Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ,
Тупһаларына тиклем тетрәһен;
Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн!
Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям:
Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.
2Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә,
Унда ла ҡулым барып етәсәк.
Күккә менеп ҡасһалар ҙа,
Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.
3Кармәл тауының башына ҡасһалар,
Унда ла эҙләп табып тотормон.
Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр,
Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын.
4Дошманға әсиргә төшһәләр,
Ҡылысҡа әмер бирәм, уларҙы ҡырһын.
Күҙемде уларҙан алмаясаҡмын,
Әммә яҡшылыҡ өсөн түгел, бәләгә».
Алланың бөйөклөгө
5Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы,
Ергә ҡағылһа – ер ирер,
Өҫтөндә йәшәгәндәр күҙ йәшенә батыр.
Бөтөн ер йөҙө Нил һыуы кеүек ҡалҡыр ҙа,
Мысыр йылғаһы һымаҡ шиңеп ҡалыр.
6Торлағын күктә төҙөгән,
Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған,
Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән,
Исеме Уның – Раббы.
7«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн
Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. –
Исраилдарҙы – Мысырҙан,
Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан,
Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»
8Раббы Хаким Үҙ ҡарашын
Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте:
«Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм,
Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. –
Раббы шулай тип белдерә. –
9Бына Минең әмерем:
Исраилды башҡа ҡәүемдәр араһына таратырға,
Иләк аша үткәрергә,
Таш та үтерлек булмаһын.
10Халҡым араһынан гонаһлылар,
„Беҙгә афәт килмәй ул,
Ул беҙҙе урап үтер“, – тиеүселәр
Ҡылыстан ҡырылып бөтөр».
Исраилдың яңырыуы
11«Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам,
Тишеген-тошоғон һылайым,
Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм,
Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.
12Һөҙөмтәлә, Минең халҡым
Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләрен,
Хакимлығым аҫтындағы барса ҡәүемдәрҙе еңер», –
ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.
13«Шундай көн килер, – ти Раббы, –
Һабансы һөрөргә сығыр – ә ураҡсы унан китмәгән,
Сәсеүсе баҫыуға сығыр – ә унда һаман йөҙөм һығалар,
Тауҙарҙан йылға булып татлы шарап аға,
Ҡалҡыулыҡтарҙан һарҡыла.
14Мин Үҙ халҡым Исраилдың
Яҙмышын яңынан үҙгәртермен:
Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа
Йорттар һалып йәшәрҙәр,
Йөҙөм ағастары ултыртып,
Шараптан өҙөлмәҫтәр,
Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.
15Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм,
Бынан ары Мин биргән тупраҡтан
Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» –
Аллаң Раббы шулай ти.

Currently Selected:

Ғамос 9: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in