YouVersion Logo
Search Icon

Ғамос 8

8
Бешкән емеш тулы кәрзин
1Раббы Хаким миңә бына нимә күрһәтте: имеш, алдымда бешкән емеш тулы кәрзин тора. 2Ул минән:
– Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны.
Мин:
– Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем.
Раббы миңә былай тине:
«Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте,
Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен.
3Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, –
тип белдерә Раббы Хаким, –
Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»
Ҡайғы көндәре етә
4Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған,
Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ!
5«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде,
Ашлыҡ һата башлар инек.
Шәмбе ҡасан уҙыр инде,
Иген сауҙаһын асыр инек.
Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып,
Еткерә үлсәмәй отор инек.
6Хәйерсене – көмөш тингә,
Ярлыны – бер пар ҡатаға
Һатып алып булыр ине.
Кәбәген дә һата алыр инек», – тиһегеҙ һеҙ.
7Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте:
«Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.
8Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да
Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын?
Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр,
Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр.
9Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, –
Төш мәлендә ҡояшты байытам,
Яҡты көндө төнгә әйләндерәм.
10Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға,
Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм.
Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам,
Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым,
Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор,
Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».
11Раббы Хаким былай тип белдерә:
«Бына шундай көндәр килә,
Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм,
Аҙыҡҡа һәм һыуға түгел,
Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр.
12Кешеләр Раббының һүҙен эҙләр:
Диңгеҙҙән-диңгеҙгә юлланыр,
Төньяҡтан көнсығышҡа олағыр,
Ни хәтле гиҙһә лә ил буйлап,
Уны таба алмаясаҡ.
13Ул көндө гүзәл ҡыҙҙар, егеттәр,
Һыуһыҙлыҡтан сарсап ҡолар.
14Самарияның боттары менән ант итеүселәр,
Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“,
Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр
Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».

Currently Selected:

Ғамос 8: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in