Ғовадъяһ 1
1
1Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне.
Раббының Эдомды хөкөм итеүе
Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ:
«Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!»
Быны иғлан итер өсөн,
Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән.
2«Ҡәүемдәр араһында һине иң меҫкене итермен,
Барыһы һиңә кәмһетеп ҡарар! – ти Раббы. –
3Эй һин, ҡая#1:3 Ҡая – йәһүд телендә – «Села». Села Эдомдың баш ҡалаһының исеме. ярыҡтарында төйәкләнгән.
Йортоңдо юғарыла төҙөгән,
Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине,
Һауаланып: „Кем һуң мине
Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.
4Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин,
Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да –
Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.
5Ҡараҡ төштөмө әллә өйөңә,
Әллә төнгө бурҙар керҙеме,
Ниңә шулай бер нәмәһеҙ ҡалдың?
Улар ҙа бит тик кәрәген генә алыр ине.
Йөҙөм йыйыусылар баҡсаңа ингән хәлдә лә,
Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни?
6Ғаяздың#1:6 Ғаяз – Эдомдың икенсе исеме (ҡарағыҙ: «Башланмыш», 25:25, 30). Был урында Эдом иле күҙ уңында тотола. бөтә нәмәһе таланған,
Йәшерен урындары туҙҙырылған!
7Һинең менән килешеү төҙөгәндәр барыһы
Илдән һине ҡыуып сығарыр;
Дуҫ күреп йөрөгәндәрең һине һатыр,
Бынан ары көн күрһәтмәҫ.
Һинең менән ашап-эсеүселәр
Һиңә тоҙаҡ ҡорор:
«Уның аҡылы ҡайҙа?» – тиер.
8«Ул көндө Мин, – тип белдерә Раббы, –
Эдомдың аҡыл эйәләрен,
Ғаяз тауындағы белеклеләрҙе һәләк итәсәкмен!
9Эй Теман, ҡаһарман яугирҙәрең ҡалтырап төшөр,
Ғаяз тауындағылар барыһы ҡырылып бөтөр!
10Энең Яҡупҡа йәбер-золом ҡылғаның өсөн,
Хурлыҡҡа төшөрөлөрһөң,
Мәңгегә юҡ ителерһең.
11Яттар Яҡуптың мөлкәтен талағанда
Һин алыҫтан ғына ҡарап торҙоң.
Сит халыҡтар ҡапҡаһынан эскә инеп,
Йәрүсәлимгә йәрәбә ташлағанда,
Һин дә уларҙың берәүһе һымаҡ булдың.
12Туғаныңа афәт килгән көндө,
Һин үсәп тормаған булһаң икән,
Йәһүҙә халҡына һәләкәт янағанда,
Ҡыуанмаған булһаң икән,
Уларға ҡайғы килгәндә,
Мыҫҡыллап ауыҙ йырмаһаң икән!
13Халҡым ҡазаға тарығас,
Ҡапҡаларын емереп кермәнеңме?
Баштарына бәлә килгән мәлдә,
Бәхетһеҙлегенә ҡыуанманыңмы?
Уға афәт ябырылған көндә
Малына ҡул һуҙманыңмы?
14Ҡасып барғандарҙы үлтерергә
Юл сатында торманыңмы?
Ул ҡайғылы көндә иҫән ҡалғандарҙы
Дошман ҡулына һин бирмәнеңме?
15Ләкин Раббы көнө яҡынлаша,
Барса ҡәүемдәргә хөкөм көнө!
Үҙең ни ҡылһаң, һиңә шул булыр,
Ғәмәлдәреңдең ҡоһоро үҙ башыңа төшөр.
Исраилдың ҡотолоуы
16Эй Минең халҡым, изге тауымда һеҙ нисек эстегеҙ,
Барса ҡәүемдәр ҙә шулай эсерҙәр ғазап туҫтағын.
Бүккәнсе, алдарынан ҡалғансы эсә-эсә
Юҡҡа сығыр, бөтөнләй булмаған ише.
17Әммә ҡотолоп ҡалғандар
Сион тауында йыйылыр.
Был тау мөҡәддәс булыр,
Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр.
18Яҡуп нәҫеле – ут,
Йософ нәҫеле – ялҡын,
Ә Ғаяз нәҫеле һалам булыр.
Ғаяз нәҫелен ут ялмап йотор,
Бер кем дә ҡотолоп ҡалмаҫ», – ти Раббы.
19Негев халҡы – Ғаяз тауҙарын; Шефелала йәшәүселәр – пелештиҙәр илен, Әфраим һәм Самария ерҙәрен; бинйәминдәр иһә Ғилғәдте үҙ биләмәһе итер. 20Әсирлектән ҡайтыусылар, исраилдар ғәскәре, Сарефаҫҡа тиклем бөтә Ҡәнғән ерҙәрен, Йәрүсәлимдән һөргөнгә ебәрелеп, әле Сефарадта йәшәүселәр Негев ҡалаларын биләр. 21Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.
Currently Selected:
Ғовадъяһ 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023