«Шундай көн килер, – ти Раббы, –
Һабансы һөрөргә сығыр – ә ураҡсы унан китмәгән,
Сәсеүсе баҫыуға сығыр – ә унда һаман йөҙөм һығалар,
Тауҙарҙан йылға булып татлы шарап аға,
Ҡалҡыулыҡтарҙан һарҡыла.
Мин Үҙ халҡым Исраилдың
Яҙмышын яңынан үҙгәртермен:
Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа
Йорттар һалып йәшәрҙәр,
Йөҙөм ағастары ултыртып,
Шараптан өҙөлмәҫтәр,
Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.