Яҡуб 3
3
Тел
1Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ. 2Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала. 3Әгәр ҙә беҙ буйһондорор өсөн аттарҙы ауыҙлыҡлайбыҙ икән, аттарҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ. 4Бына караптарҙы ла, ни тиклем ҙур булмаһындар һәм көслө ел тарафынан ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, бәләкәс кенә ҡойроҡ ишкәге ярҙамында ҡойроҡсо теләгән яҡҡа бора. 5Тел дә шулай уҡ, кескәй генә ағза булһа ла, самаһыҙ маҡтана. Ана ниндәй бәләкәс кенә ут ҙур урманды яндырып ебәрә. 6Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.
7Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде. 8Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: тыйылғыһыҙ, яуыз, үлемесле ағыу менән тулы. 9Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. 10Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел. 11Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни? 12Имандаштарым, инжир ағасында зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.
Ысын аҡыл
13Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен. 14Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ. 15Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи булмаған, ендеке. 16Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә. 17Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел. 18Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.
Currently Selected:
Яҡуб 3: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014