1
Яҡуб 3:17
Инжил
BskNT14
Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.
Compare
Explore Яҡуб 3:17
2
Яҡуб 3:13
Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.
Explore Яҡуб 3:13
3
Яҡуб 3:18
Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.
Explore Яҡуб 3:18
4
Яҡуб 3:16
Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә.
Explore Яҡуб 3:16
5
Яҡуб 3:9-10
Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.
Explore Яҡуб 3:9-10
6
Яҡуб 3:6
Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.
Explore Яҡуб 3:6
7
Яҡуб 3:8
Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: тыйылғыһыҙ, яуыз, үлемесле ағыу менән тулы.
Explore Яҡуб 3:8
8
Яҡуб 3:1
Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.
Explore Яҡуб 3:1