YouVersion Logo
Search Icon

Яҡуб 4

4
Кем донъя менән дуҫ – ул Аллаға дошман
1Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Күңелегеҙҙә тартышып йәшәгән мин-минле теләктәрҙән түгелме? 2Һеҙ ниҙер теләйһегеҙ, ләкин уны ала алмайһығыҙ һәм шуның өсөн үлтерешәһегеҙ. Нимәгәлер көнләшәһегеҙ, ләкин теләгегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ, шуның өсөн арағыҙҙа ыҙғыш килеп сыға, һәм һеҙ һуғышаһығыҙ. Теләгәнегеҙҙе ала алмайһығыҙ, сөнки Алланан һорамайһығыҙ. 3Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки үҙегеҙгә генә ләззәт алыу өсөн, насар ниәт менән һорайһығыҙ.
4Эй Аллаға хыянатсылдар, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була. 5Йәки Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата»#4:5 Был грекса төп нөсхәләге беренсе мөмкин булған мәғәнәһе. Икенсе мәғәнәһе: «Алла беҙгә һалған Рух беҙҙе көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата»., – тип юҡҡа әйтелгәнме ни? 6Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала:
«Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора,
ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә», –
тип әйтелгән. 7Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр. 8Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ. 9Ҡайғырығыҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен. 10Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.
Яманат һатыуҙан киҫәтеү
11Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең. 12Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин?
Маһайыусанлыҡтан киҫәтеү
13«Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ. 14Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына. 15«Раббы ихтыярында булһа, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға 16һеҙ бит хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу яманлыҡ ул. 17Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.

Currently Selected:

Яҡуб 4: BskNT14

Highlight

Copy

Compare

Share

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in