YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 9

9
Исраилдың дошмандарына яза
1Әүлиәлек.
Раббы һүҙе Хадрах еренә һәм Дамаскка йүнәлтелгән.
Ысынлап та кешелектең,
Бөтә Исраил ырыуҙарының күҙе
Раббыға төбәлгән.
2Был һүҙ Хадрах менән сиктәш Хамаҫ ҡалаһына,
Халыҡтары үҙҙәрен аҡыллыға һанаған
Тир менән Сидон ҡалаларына ла ҡағыла.
3Тир үҙенә бер ҡәлғә төҙөнө;
Саң-туҙан ҡәҙәрле көмөш,
Урамдағы балсыҡ саҡлы саф алтын йыйҙы.
4Бына бөйөк Хаким уның байлығын тартып алыр,
Мал-мөлкәтен диңгеҙгә ырғытыр;
Ә үҙен ут тотош ялмап йотор.
5Быны күреп Ашҡылондың ҡото осор;
Газа ла ҡалтырап төшөр;
Ғәҡрон ҡурҡыр, сөнки өмөтө аҡланмаҫ;
Газа батшаһыҙ ҡалыр;
Ашҡылонды бер кем төйәк итмәҫ.
6Ашдодта ҡатнаш ҡанлылар төйәкләнер.
«Пелештиҙәрҙең ғорурлығын ҡырырмын Мин.
7Ауыҙҙарынан ҡанлы итте алып ташлармын,
Теш араһынан хәрәм ризыҡтарын тартып алырмын.
Иҫән ҡалғандары Йәһүҙәләге һәр нәҫел һымаҡ
Аллабыҙҙыҡы булып һаналыр.
Ғәҡрон йевусиҙәр кеүек йәшәр.
8Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам:
Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ,
Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ,
Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».
Вәғәҙә ителгән батша
9Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ!
Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал!
Ҡара, батшаң килә һиңә табан;
Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм,
Ишәккә менгән, бала ишәккә.
10«Әфраимдың яу арбаларын,
Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен.
Һуғыш йәйәләре һыныр.
Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер;
Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә,
Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр.
11Ә һеҙгә килгәндә,
Арабыҙҙа ҡорбан ҡаны менән беркетелгән килешеү хаҡына
Һөргөндәге халҡығыҙҙы
Һыуһыҙ соҡорҙан сығарып азат ҡылам.
12Ҡәлғәләрегеҙгә ҡайтығыҙ,
Эй һеҙ, өмөтө тере әсирҙәр!
Күргән ғазаптарың өсөн бөгөн,
Сион, һиңә икеләтә фатиха иғлан итәм.
13Йәһүҙәне йәйәмде киргәндәй кирәм;
Ә Әфраимды уҡ итеп уға терәйем.
Улдарыңды, Сион, Яуан#9:13 Яуан – Грецияның боронғо атамаһы. улдарына ҡаршы аяҡҡа баҫтырам,
Һине яугирҙең ҡылысы итәм».
14Раббы халҡы өҫтөндә пәйҙә булыр;
Уғы йәшен кеүек осоп сығыр.
Раббы Хаким борғоһон ҡысҡыртыр,
Көньяҡтан ғәрәсәт булып килер.
15Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡын яҡлар.
Улар дошмандарын тар-мар итер,
Һапҡысыларҙы юҡҡа сығарыр,
Шарап эсеп иҫергән һымаҡ геүләшер,
Ҡорбан ҡаны тулған сеүәтәләр кеүек булыр,
Ҡорбан усағының мөйөштәреләй ҡанға мансылыр.
16Ул көн Аллалары Раббы Үҙенең халҡын ҡотҡарыр,
Һарыҡ көткәндәй уларҙы әйҙәп йөрөр.
Уның ерендә таждағы ҡаш һымаҡ балҡырҙар.
17Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил!
Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап,
Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in