Зәкәрьяһ 10
10
Раббының Үҙ халҡына илтифат бирәсәге
1Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ.
Йәшен болоттарын бар ҡылған,
Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән,
Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан.
2Йорт илаһтары алдаша;
Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә;
Юраусылар ялған төштәр һөйләй.
Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ
Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.
3«Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды.
Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. –
Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр;
Уны ғорур һуғыш аты итер.
4Мөйөш ташы, сатыр ҡаҙығы,
Яу йәйәһе Йәһүҙәнән булыр;
Халыҡтың бөтә башлыҡтары ла унан сығыр.
5Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ,
Дошмандарын урам балсығында һалып тапар.
Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар,
Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.
6Йәһүҙә халҡына көс бирәм,
Йософ нәҫелен ҡотҡарам.
Һөргөндән кире ҡайтарам,
Сөнки уларҙы ҡыҙғанам.
Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар,
Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын;
Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.
7Әфраимдар батыр яугир кеүек булыр,
Шарап эскән кеүек күңелдәре күтәрелер.
Улдары быны күреп шатланыр;
Йөрәктәре Раббыла ҡыуаныс табыр.
8Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын,
Сөнки йолом биреп алдым.
Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр.
9Уларҙы халыҡтар араһына таратһам да
Йыраҡ илдәрҙә лә Мине онотмаҫтар;
Балалары менән бергә тере ҡалып, кире ҡайтырҙар.
10Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын,
Ашшурҙан йыйып алырмын.
Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен,
Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ.
11Улар хәсрәт диңгеҙен кискәндә,
Шашҡын тулҡындар баҫылыр.
Нил йылғаһының тәрәнлектәре ҡорор.
Ашшурҙың тәкәбберлеге шиңер,
Мысырҙың батшалыҡ таяғы ҡулынан төшөр.
12Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен,
Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр».
Раббы шулай тип белдерә.
Currently Selected:
Зәкәрьяһ 10: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: