YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 8

8
Йәрүсәлимдең ҡайтанан ҡороласағы тураһында
1Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды:
2– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Сион өсөн йәнем әсей Минең, шуға күрә уның дошмандарына ҡарата асыуым уғата көслө».
3Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».
4Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бик өлкән йәштә булғанлыҡтан, ҡулдарына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм әбейҙәр йәнә Йәрүсәлим майҙандарында ултырыр, 5ҡала майҙандары унда уйнаған малайҙар һәм ҡыҙҙар менән тулыр».
6Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәр был халыҡтың тере ҡалғандарының күҙендә мөмкин булмаған бер нәмә булып күренһә, Минең өсөн дә мөмкин түгел булып күренерме?» Шулай тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
7Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын. 8Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».
9Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамының нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен! 10Ул көндәргә тиклем кешенең һәм малдың эше өсөн хеҙмәт хаҡы түләнмәй ине. Килгәнгә лә, киткәнгә лә дошмандарҙан тынғылыҡ булманы. Сөнки Мин кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйғайным. 11Әммә хәҙер был халыҡтың иҫән ҡалғандарына бөтөнләй башҡа мөнәсәбәттә булырмын, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – 12Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын. 13Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»
14Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Мине асыуландырғас, башығыҙға бәлә-ҡаза ебәрергә ниәтләнем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – һәм уйымдан кире ҡайтманым. 15Инде Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә халҡына яҡшылыҡ эшләргә ҡарар иттем. Һеҙ ҡурҡмағыҙ! 16Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда#8:16 Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда – боронғо замандарҙа хөкөмдө ҡала ҡапҡалары янында үткәргәндәр. хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ. 17Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә.
Ураҙа көндәре шатлыҡ һәм ҡыуаныс көндәре булыр
18Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды:
19– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».
20Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы ла халыҡтар, бик күп ҡалаларҙа йәшәүселәр килер. 21Бер ҡалала йәшәгәндәр икенсе ҡалала йәшәгәндәргә барып: „Әйҙәгеҙ, Раббының илтифатын ҡаҙанырға барайыҡ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләйек!“ – тиер. Тегеләре: „Мин дә барам!“ – тип яуап ҡайтарыр. 22Бик күп халыҡтар, көслө милләттәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләп, Уның илтифатын ҡаҙаныр өсөн, Йәрүсәлимгә килерҙәр».
23Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in