YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 4

4
Бишенсе күренмеш:
шәмдәл һәм зәйтүн ағастары
1Минең менән һөйләшкән фәрештә тағы килде лә мине йоҡонан уятҡан һымаҡ уятты.
2– Нимә күрәһең? – тип һораны.
– Саф алтындан бер шәмдәл күрәм, – тип яуапланым. – Уның башында зәйтүн майы өсөн бер һауыт, һауыт өҫтөндә ете шәм, шәмдәрҙә етешәр көпшә. 3Шәмдәлдең янында, береһе майлы һауыттың уң, икенсеһе һул яғында, ике зәйтүн ағасы бар.
4Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән:
– Былар нимә ул, хакимым? – тип ҡыҙыҡһындым.
5– Уларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһеңме ни? – тип һораны фәрештә.
– Юҡ, хакимым, – тип яуап ҡайтарҙым. Шунан ул миңә:
6– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. 7Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».
8Миңә тағы Раббы һүҙе булды:
9– Был ҡорамға Зеруббавелдың ҡулдары нигеҙ һалды һәм уның ҡулдары ҡорамды төҙөп бөтәсәк.
Шул ваҡытта мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. 10Кем был көндө башланған эште әһәмиәтһеҙ тип хисаплай алыр? Был көндө кешеләр Зеруббавелдың ҡулында ауыртмаҡ күреп шатланыр.
Был ете шәм иһә – Раббының бөтә ер йөҙөн байҡаған ете күҙе ул.
11Мин фәрештәнән:
– Шәмдәлдең уң һәм һул яғындағы зәйтүн ағастары нимәне аңлата? – тип һораным. 12Шунан тағы:
– Алтын кеүек май ағыҙған ике алтын көпшә янындағы ике зәйтүн ботағы нимә аңлата? – тип өҫтәнем.
13– Уларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһеңме? – тип һораны фәрештә.
– Белмәйем, хакимым, – тип яуапланым.
14– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in