YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 3

3
Дүртенсе күренмеш:
баш ҡаһин Йеһошуағ
1Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан#3:1 Шайтан – йәһүд телендә «сатан» – «ҡаршы тороусы, ғәйепләүсе, кешегә яла яғыусы» тигән мәғәнәлә. уны ғәйепләп тора ине. 2Әммә Раббы шайтанға:
– Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.
3Йеһошуағ фәрештә ҡаршыһында бысранып бөткән кейемдә тора ине. 4Фәрештә үҙенең янындағыларға:
– Уның бысраҡ кейемдәрен систерегеҙ! – тине. Шунан Йеһошуағҡа:
– Бына ҡара, ғәйебеңде алып ташланым, – тип өндәште. – Һиңә байрам кейемдәре кейҙерәм.
5Мин иһә:
– Башына ла таҙа сәллә кейҙерһендәр, – тинем. Башына таҙа сәллә урап, өҫтөнә кейендерҙеләр. Раббы фәрештәһе уның эргәһендә торҙо.
6Шунан Раббы фәрештәһе Йеһошуағҡа өгөт-нәсихәт ҡылып әйтте:
7– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.
8Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде#3:8 Үҫенте – ҡарағыҙ: «Йермеяһ», 23:5; 33:15. алып киләсәкмен. 9Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын. 10Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in