YouVersion Logo
Search Icon

Зәкәрьяһ 5

5
Алтынсы күренмеш:
осоп йөрөгән төргәк китап
1Күҙҙәремде күтәреп ҡараһам: бер төргәк китап осоп йөрөй.
2Фәрештә минән:
– Нимә күрәһең? – тип һораны.
– Осоп йөрөгән бер төргәк китап күрәм. Оҙонлоғо егерме терһәк, киңлеге ун терһәк, – тип яуапланым.
3– Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ. 4«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».
Етенсе күренмеш:
үлсәм һауыты эсендәге ҡатын
5Минең менән һөйләшкән фәрештә килеп:
– Күтәрелеп ҡара әле, – тине. – Нимә сығып килгәнен күрәһең?
6– Был нимә ул? – тип һораным.
– Үлсәм һауыты#5:6 Үлсәм һауыты – йәһүд телендә «эфа», унда яҡынса 22 литр һыя., – тине һәм: – Ул бөтә ил халҡының ғәйептәре менән тулы, – тип өҫтәне.
7Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине. 8Фәрештә:
– Ә был яманлыҡтың үҙе, – тине лә, ҡатынды һауыт эсенә ҡабат тығып, ҡурғаш ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйҙы.
9Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе.
10Минең менән һөйләшкән фәрештәнән:
– Һауытты ҡайҙа алып баралар? – тип һораным.
11– Шинғар#5:11 Шинғар – йәғни «Бабил». еренә, – тип яуап ҡайтарҙы фәрештә. – Унда һауыт өсөн бер йорт төҙөләсәк һәм ул шунда, үҙ таяуына, ҡуйыласаҡ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in