Римдарға 7
7
Ҡанун өсөн үлеләр
1Эй имандаштар, һеҙ беләһегеҙ бит – мин ҡанунды белгәндәргә әйтәм – әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә. 2Мәҫәлән, ирле ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун буйынса уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат була. 3Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ир менән булһа, был зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай. 4Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ. 5Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине. 6Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға иҫкесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса, йәғни Изге Рух етәкселегендә, хеҙмәт итәбеҙ.
Ҡанун һәм гонаһ
7 #
Сығ 20:17; Ҡнн 5:21. Инде нимә тип әйтәйек? Ҡанун үҙе гонаһмы ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Көҫәмә!» тигән тыйыу булмаһа, көҫәүҙең нимә икәнлеген дә белмәҫ инем. 8Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле. 9Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде, 10һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле бойороҡ минең үлемемә сәбәпсе булды, 11сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе. 12Әммә ҡанун үҙе – изге, бойороҡ та изге, ғәҙел, яҡшы.
13Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде.
Гонаһ менән көрәшеү
14Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм. 15Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә нимәне күрә алмаһам, шуны ҡылам. 16Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанундың яҡшы булыуы менән килешәм. 17Быларҙы инде мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла ла баһа. 18Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. 19Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. 20Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, уны мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.
21Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. 22Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, 23әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. 24Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы? 25Шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән – гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.
Currently Selected:
Римдарға 7: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023