YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 6

6
Гонаһҡа ҡарата үлебеҙ,
Мәсих менән теребеҙ
1Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн, гонаһ ҡылыуҙы дауам итәйекме? 2Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан гонаһ эсендә йәшәрбеҙ? 3Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтәбеҙҙең дә Уның үлеменә сумдырылыуын белмәйһегеҙме ни? 4Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ. 5Мәсих менән бер төрлө үлемдә берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшербеҙ. 6Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, 7сөнки үлгән кеше гонаһтан азат ителә бит. 8Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәйәсәгебеҙгә лә ышанабыҙ. 9Беҙ беләбеҙ, үленән терелгәндән һуң, Ул инде башҡа үлмәйәсәк, инде үлем Уға хаким була алмаясаҡ. 10Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһҡа ҡарата үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй. 11Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсихтә Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.
12Шуға күрә, үлемле тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ нәфсегә буйһонмаҫһығыҙ. 13Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да яуызлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, сөнки һеҙ үле инегеҙ, инде хәҙер яңы тормошҡа эйәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм ағзаларығыҙҙы тәҡүәлек ҡоралы итеп, Аллаға тапшырығыҙ. 14Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.
Гонаһтан азат булыу
15Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай, типме ни? Әлбиттә, юҡ! 16Белмәйһегеҙме ни: үҙегеҙҙе тыңлаусан ҡол итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡоло булаһығыҙ. Гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында тәҡүә булыуға алып килер. 17Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәрегеҙ артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ. 18Гонаһтан азат ителеп, тәҡүәлектең ҡолдары булдығыҙ. 19Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер уны изгелеккә илтеүсе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырығыҙ.
20Гонаһ ҡолдары булған саҡта, һеҙ хаҡлыҡ хакимлығынан азат инегеҙ. 21Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем. 22Әммә инде гонаһтан азат ҡылынып Алла ҡолдары булғас, бының емеше һеҙҙең өсөн – изгелек, ә һөҙөмтәһе – мәңгелек тормош. 23Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in