Римдарға 2
2
Алла хөкөмө
1Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың. 2Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла ғәҙел хөкөмөн бирә. 3Һин, әҙәм, шундай эштәр ҡылған башҡаларҙы ғәйепләп, ә үҙең шуны уҡ ҡылып, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы? 4#Ишғ 30:18.Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы? 5Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың. 6Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер: 7гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер; 8ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр. 9Эйе, яуызлыҡ ҡылған һәр кемгә – башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы. 10Ә изгелек ҡылған һәр кемгә, башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек. 11Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
12Алла ҡанунын#2:12 Алла ҡануны – Иҫке Ғәһедкә, атап әйткәндә, Тәүратҡа ишара. белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер. 13Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар. 14Йәһүд булмаған халыҡтарҙың ҡануны юҡ, әммә тәбиғи һиҙемләүҙәре буйынса ҡанун бойорғанды үтәһәләр, бының менән нимәне эшләргә ярай, нимәне – юҡ икәнен ҡанунһыҙ ҙа белгәндәрен күрһәтәләр. 15Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй. 16Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.
Йәһүдтәр һәм ҡанун
17Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, 18ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың. 19Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, 20аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәтте туплаған ҡанунға эйәһең. 21#Зәб 49:16-20.Шулай икән, ни өсөн башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? «Урлама» тип өгөтләйһең, ә үҙең урлайһың? 22«Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың? 23Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең, уны боҙоп, Алланы хурлайһың? 24#Зөл 36:20.Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мыҫҡыл итә».
25Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәтең сөннәтһеҙлек була. 26Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәтле булып һаналмаймы? 27Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер. 28Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тәндәге сөннәт кенә ысын сөннәт түгел. 29#Ҡнн 10:16; 30:6; Йер 4:4.Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.
Currently Selected:
Римдарға 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023