Римдарға 3
3
Алланың тоғролоғо
1Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө бармы һәм сөннәтле булыуҙың файҙаһы нимәлә? 2#Ҡнн 4:8.Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған. 3Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? 4#Зәб 50:6.Әлбиттә, юҡ. Һәр кеше алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы,
хөкөмләшкәндә Һин еңерһең».
5Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.) 6Әлбиттә, юҡ. Юҡһа Алла донъяны нисек хөкөм итә алыр ине? 7Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хаҡлығы, асығыраҡ күренеп, Уның данын арттыра икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? 8Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.
Тәҡүә кеше юҡ
9Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. 10#Зәб 13:1-3; 52:2-4.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Тәҡүә бер кеше лә юҡ, бер генә лә.
11Аңлы бер кем дә юҡ,
Алланы эҙләмәй һис кем дә.
12Барыһы ла юлдан яҙған,
берҙәй боҙолған;
яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ,
исмаһам, берәү ҡалмаған.
13 #
Зәб 5:10; 139:4. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер,
телдәре менән алдайҙар,
йылан ағыуы – ауыҙҙарында.
14 #
Зәб 9:28. Ауыҙҙары тулы ләғнәт һәм рәнйеш.
15 #
Зәб 59:7-8. Аяҡтары ҡан ҡойошҡа ашыға,
16улар булып үткән ерҙә
емереклек менән ҡайғы ҡала,
17тыныслыҡҡа юлды белмәйҙәр.
18 #
Зәб 35:2. Алланан ҡурҡыу юҡ уларҙың булмышында».
19Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. 20Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.
Иман аша аҡланыу
21Әммә хәҙер Алланың кешеләрҙе ҡанундан тыш та аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. 22Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ. 23Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит. 24Барыһы ла Алла мәрхәмәте менән үҙҙәрен гонаһтан йолоп алған Ғайса Мәсихтә Алланың аҡлауын бүләк итеп ала. 25Алла Ғайсаны, инанғандар гонаһтарынан Уның ҡаны аша пакланһын өсөн, ҡорбан итеп билдәләне. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, 26хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡлы булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.
27Шулай итеп, нимәбеҙ менән маҡтана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Эш талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. 28Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. 29Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, 30сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай. 31Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.
Currently Selected:
Римдарға 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023