Римдарға 11
11
Алланың Исраилға ҡарата мәрхәмәте
1Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын. 2Алла Үҙ халҡын ташламаны, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Исраил халҡына зарланып, Аллаға: 3#3 Бат 19:10, 14.«Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан усаҡтарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде минең дә йәнемде ҡыймаҡ булалар», – тигән. 4#3 Бат 19:18.Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин табыныр өсөн Бәғел#11:4 Бәғел – ҡәнғәниҙәр табынған илаһтарҙың береһе. Урындағы халыҡ йоғонтоһона бирелеп, исраилдар йыш ҡына Бәғелде ололаған. алдына теҙләнмәгән ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым». 5Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел. 6Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.
7Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды. 8#Ҡнн 29:4; Ишғ 29:10.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты,
күҙҙәре булһа ла, күрмәй,
ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте».
9 #
Зәб 68:23-24. Дауыт та былай ти:
«Уларҙың табыны
үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла,
абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.
10Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын,
арҡалары ғүмерлеккә бөкрө булып ҡалһын».
11Шулай итеп, һеҙҙән, Исраил халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Исраил халҡында көнсөллөк уятты. 12Әгәр уларҙың абыныуҙары – донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Исраил халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!
Йәһүд булмағандарҙың ҡотолоуы
13Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм. 14Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән? 15Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү! 16Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге. 17Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта 18һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. 19Бәлки, һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең. 20Дөрөҫ, улар ышанмауҙары арҡаһында һындырылды, ә һин ышанғанға ялғанып тораһың: танауыңды күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул. 21Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ. 22Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә ҡырҡып ташланырһың. 23Әммә юлдан тайпылғандар, ышанмауҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә. 24Әгәр һин, ҡырағай зәйтүн ағасынан ҡырҡылып, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан тағы ла еңелерәк ялғаныр.
Алланың бөтә халыҡтарға мәрхәмәтле булыуы
25Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. 26#Ишғ 59:20-21; 27:9; Йер 31:33-34.Шул рәүешле бөтөн Исраил ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Сиондан Ҡотҡарыусы килер,
Яҡуп тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр.
27Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын –
улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».
28Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар – һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың һөйөклөләре булып ҡала, 29сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай. 30Ҡасандыр һеҙ Аллаға буйһонмай инегеҙ, ә хәҙер, Исраил халҡының буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ. 31Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнә, 32сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.
Аллаға дан һүҙҙәре
33Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ!
Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
34 #
Ишғ 40:13. Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән?
Уға кем кәңәшсе булған?
35 #
Әйп 41:3. Йәки берәйһе Аллаға нимәлер биреп,
Ул ҡайтарырға бурыслы булып ҡалған?
36Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.
Currently Selected:
Римдарға 11: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023