Римдарға 10
10
Исраил өсөн доға ҡылыу
1Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам. 2Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән. 3Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар. 4Мәсих ҡанундың маҡсатын ғәмәлгә ашырҙы һәм, һөҙөмтәлә, һәр иман тотоусы Алла тарафынан аҡланыу ала.
Ҡотолоу – бөтәһе өсөн дә
5 #
Лев 18:5. Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә». 6-7#Ҡнн 30:11-14.Ә иман аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тиелә: «Күккә кем менер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн). Йәки: «Упҡынға кем төшөр?» (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама. 8Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һиңә яҡын, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул. 9Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың. 10Кем ысын йөрәктән ышана, шул Алла алдында тәҡүә булып һанала, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә. 11#Ишғ 28:16.Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ». 12Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. 13#Йои 2:32.«Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».
14Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр? 15#Ишғ 52:7; Нхм 1:15.Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә. 16#Ишғ 53:1.Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?» 17Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә. 18#Зәб 18:5.Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр:
«Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте,
һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».
19 #
Ҡнн 32:21. Тағы ла, Исраил халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә:
«Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған ҡәүем аша көнсөллөк уятасаҡмын,
аңһыҙ халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».
20 #
Ишғ 65:1. Ә Ишағыяһ Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти:
«Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты.
Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».
21 #
Ишғ 65:2. Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә:
«Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа
көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».
Currently Selected:
Римдарға 10: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023