Юныс 1
1
Юныстың Раббынан ҡасыуы
1Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды:
2– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.
3Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.
4Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте. 5Диңгеҙселәр ҡурҡыуға төштө. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллаһына ялбарҙы. Карапты еңеләйтер өсөн, йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар.
Юныс иһә, карап төбөнә төшөп ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. 6Карап башлығы уның янына килеп:
– Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.
7Диңгеҙселәр бер-береһенә:
– Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште.
Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.
8Диңгеҙселәр:
– Һөйләп бир әле беҙгә, башыбыҙға килгән был бәлә кем арҡаһында? Һин нимә менән шөғөлләнәһең? Ҡайҙан киләһең? Илең ҡайҙа? Ниндәй халыҡтан булаһың? – тип һораны.
9– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.
10Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар:
– Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки, Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр.
11Дауыл көсәйгәндән-көсәйә барғанға күрә, улар Юныстан:
– Диңгеҙ тынһын өсөн, һине нимә эшләтергә? – тип һоранылар.
12– Алығыҙ ҙа диңгеҙгә ташлағыҙ, шул саҡ диңгеҙ тыныр, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин беләм: был ғәрәсәт өҫтөгөҙгә минең арҡала ябырылды.
13Әммә диңгеҙселәр ярға табан ишә башланы, тик булдыра алманы: әйләнә-тирәләрендә дауыл көсәйә генә барҙы. 14Шул саҡ улар Раббыны саҡырып:
– Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.
15Улар Юнысты алдылар ҙа диңгеҙгә ташланылар – дауыл шунда уҡ баҫылды. 16Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте.
Currently Selected:
Юныс 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023