YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 9

9
Ҡотҡарылыу байрамы тураһында өҫтәлмә ҡағиҙәләр
1Исраилдар Мысыр еренән сыҡҡандан һуң, икенсе йылдың беренсе айында Синай сүлендә Раббы Мусаға былай тине:
2– Билдәләнгән ваҡытта исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын үткәрһен. 3Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ.
4Муса исраилдарға Ҡотҡарылыу байрамы үткәрергә ҡушты. 5Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы.
6Мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнеп, Ҡотҡарылыу байрамын ул көндө үткәрә алмаған кешеләр ҙә бар ине, улар, шул көндө үк Муса менән Һарунға килеп, 7былай тине:
– Мәйеткә ҡағылып нәжесләндек, тик ниңә беҙҙе бар исраилдар менән бергә үҙ ваҡытында Раббыға саҙаҡа биреүҙән мәхрүм итергә инде? 8Муса уларға:
– Ошонда тороп тороғоҙ, һеҙҙең турала Раббы ни бойорор икән, тыңлайым әле, – тине.
9Раббы Мусаға былай тине:
10– Исраилдарға әйт: әгәр берәйегеҙ йә нәҫелегеҙҙән берәйһе мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнһә йәки алыҫ юлда булһа, ул да Раббының Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә ала. 11Ундайҙар Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс билдәләһен. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны булған тәкә бәрәсте сөсө икмәк һәм әскелтем үләндәр менән ашаһын. 12Таңға тиклем ҡорбан итенән бер нәмә лә ҡалмаһын, ҡорбан бәрәсенең һөйәктәре һындырылмаһын. Байрамды Ҡотҡарылыу байрамы тураһындағы бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрһендәр. 13Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.
14Әгәр арағыҙҙа йәшәгән килмешәк Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләргә теләһә, Ҡотҡарылыу байрамының ҡағиҙәләре һәм йолаларына ярашлы үткәрһен. Килмешәктәргә лә, ерле халыҡҡа ла ҡағиҙә бер үк булһын.
Изге сатыр өҫтөндәге болот
15Изге сатыр ҡоролған көндө уны – Килешеү сатырын – болот ҡапланы, өҫтөндә кистән таңғаса гүйә ут янып торғандай булды. 16Һәр саҡ шулай булды: көндөҙ болот сорнаны, ә төндә гүйә ут янды. 17Болот сатыр өҫтөнән күтәрелһә, исраилдар юлға сыҡты; болот туҡтаған урында туплам ҡорҙолар. 18Исраилдар Раббы әмере менән юлға сығыр, Раббы әмере буйынса туҡталыр булды. Сатыр өҫтөндә болот торған саҡта улар урынынан ҡуҙғалманы. 19Болот сатыр өҫтөндә бик оҙаҡ торһа, исраилдар, Раббының күрһәтмәһен үтәп, юлға сығырға ашыҡманы. 20Ҡайһы саҡта болот сатыр өҫтөндә бик аҙ ғына тора торғайны: улар Раббы әмере буйынса туҡтай һәм Раббы күрһәтмәһе менән ҡуҙғала ине. 21Ҡайһы саҡта болот кистән иртәнгә тиклем генә тороп, иртәнсәк күтәрелә, шул саҡта улар ҙа урынынан ҡуҙғала. Ҡайһы берҙә болот көн һәм төн тора ла ҡалҡа, шунан улар ҙа юлға сыға. 22Болот сатыр өҫтөндә ике көн, бер ай йәки бер йыл торһа, исраилдар ҙа шунса ваҡыт урындарында ҡала, ҡуҙғалмай. Болот күтәрелһә генә ҡуҙғалалар ине. 23Раббы әмере буйынса туҡтайҙар, Раббы әмере менән юлға сығалар: улар Раббының Муса аша еткергән бойороғон теүәл үтәне.

Currently Selected:

Иҫәп 9: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in