YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 8

8
Шәмдәлдәр тураһында ҡағиҙәләр
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Һарунға әйт, ул ете майшәмде шәмдәлгә урынлаштырғанда, уларҙың яҡтыһы шәмдәл алдына төшөрлөк итеп ҡуйһын.
3Һарун нәҡ шулай эшләне: Раббы Мусаға әйткәнсә, ете майшәмде яҡтылары шәмдәлдең алғы яғына төшөрлөк итеп ҡуйҙы. 4Раббы Мусаға күрһәткәнсә эшләнгән шәмдәл нигеҙенән алып сәскәләренең тажына тиклем алтындан сүкеп яһалғайны.
Левиҙәрҙе бағышлау
5Раббы Мусаға былай тине:
6– Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр. 7Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар. 8Үгеҙ башмаҡ менән тейешле икмәк саҙаҡаһы – зәйтүн майы ҡушылған бойҙай оно килтерһендәр. Икенсе башмаҡты гонаһ ҡорбаны итеп килтер. 9Левиҙәрҙе Осрашыу сатыры алдына йыйып, бөтә Исраил йәмғиәтен саҡырып ал. 10Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын. 11Һарун левиҙәрҙе исраилдарҙан Раббыға килтерелгән һелкетмә ҡорбан һымаҡ бағышлаһын. Шунан һуң левиҙәр Раббыға хеҙмәт итергә әҙер булыр. 12Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер. 13Левиҙәрҙе Һарун менән улдары алдына баҫтыр һәм уларҙы һелкетмә ҡорбан һымаҡ Раббыға бағышла.
14Левиҙәр Минеке булһын өсөн, уларҙы Исраил халҡы араһынан шулай итеп айырып ал.
15Левиҙәрҙе таҙарындырғандан һәм Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышлағандан һуң, хеҙмәт итер өсөн, улар Осрашыу сатыры янына килә ала. 16Улар исраилдар араһынан тулыһынса Миңә бирелгән. Исраил ҡатындарының барлыҡ беренсе булып тыуған улдары урынына Мин уларҙы Үҙемә алам. 17Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе – кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым. 18Хәҙер иһә исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балалары урынына левиҙәрҙе алдым. 19Левиҙәрҙе исраилдар араһынан алып, Һарун менән уның улдарына тапшырҙым. Левиҙәр исраилдар исеменән Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, исраилдарҙы Изге урынға яҡынлашып бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлар өсөн, улар хаҡына пакландырыу йолаһын башҡарырға тейеш.
20Муса менән Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте, Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да теүәл үтәне. 21Левиҙәр таҙарынды, кейем-һалымын йыуҙы. Һарун уларҙы алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышланы, уларҙы таҙарындырыу өсөн пакландырыу йолаһын башҡарҙы. 22Шунан һуң левиҙәр Һарун менән уның улдары күҙәтеүе аҫтында Осрашыу сатырына үҙ хеҙмәттәрен үтәргә китте. Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да эшләнеләр.
23Раббы Мусаға былай тине:
24– Бына левиҙәр хаҡындағы ҡағиҙә: леви Осрашыу сатырында егерме биш йәштән алып хеҙмәт итергә тейеш. 25Илле йәше тулғас, леви хеҙмәтте туҡтата. 26Унан һуң туғандарына Осрашыу сатыры хеҙмәтендә ярҙам итһәләр була, әммә үҙҙәре эшләмәһендәр. Левиҙәрҙең хеҙмәт итеүенә ҡағылышлы ҡағиҙәләр ошо булыр.

Currently Selected:

Иҫәп 8: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in