YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 10

10
Көмөш борғолар
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Үҙеңә көмөштән сүкеп ике борғо яһап ал, улар һиңә йәмғиәтте йыйып, тупламдан алып сығыр өсөн кәрәк булыр. 3Ике борғо ла ҡысҡыртһа, бөтә йәмғиәт һинең эргәңә, Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылыр. 4Бер генә борғо ҡысҡыртһа, эргәңә башлыҡтар, Исраил нәҫелдәре етәкселәре йыйылыр. 5Борғо ҡуҙғалырға ауаз һалһа, көнсығышта туплам булып урынлашҡан ырыуҙар юлға сығыр. 6Борғонан ҡуҙғалыу ауазы икенсе тапҡыр яңғыраһа, көньяҡта туплам булып урынлашҡан ырыуҙар юлға сығыр. Борғо юлға ҡуҙғалыу тураһында хәбәр итә. 7Йыйын йыйырға кәрәккәндә лә борғо ҡысҡыртығыҙ, әммә ул ауаз хәүефле булмаһын. 8Борғоларҙы Һарун нәҫеленән булған ҡаһиндар ҡысҡыртһын: был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.
9Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр. 10Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Исраилдарҙың Синайҙан китеүе
11Икенсе йылдың икенсе айының егерменсе көнөндә болот Килешеү сатырынан өҫкә күтәрелде. 12Исраилдар Синай сүленән ҡуҙғалып китте һәм, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, юлдарын дауам итте. Болот Паран сүленә етеп туҡтаны. 13Раббының Муса аша биргән бойороғо буйынса тәүге тапҡыр юлға сығыуҙары ине.
14Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине. 15Исасхар ырыуының ғәскәре башында – Суғар улы Неҫанил, 16Зевулун ырыуы ғәскәре башында Хелон улы Әлиав ине.
17Изге сатыр йыйып алынды, уны йөрөтөүсе Гершон улдары менән Мерари улдары, сатырҙы күтәреп, юлға ҡуҙғалды. 18Шунан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Рәүвән ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәр башында Шедеур улы Әлисур ине. 19Шимғон ырыуы ғәскәре башында Суришаддай улы Шелумиил ине. 20Ғад ырыуы ғәскәре башында Деғуил улы Әлъясаф ине. 21Шунан изге әйберҙәрҙе йөрөтөүсе Ҡыһаҫ улдары ҡуҙғалды. Улар яңы урынға килеп еткәндә, Изге сатыр ҡороп ҡуйылған булырға тейеш ине.
22Артабан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Әфраим ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәрҙең башында Ғаммиһуд улы Әлишамағ ине. 23Менашше ырыуы ғәскәренең башында Педаһсур улы Гамлиил ине. 24Бинйәмин ырыуы ғәскәре башында Ғидғони улы Авидан ине.
25Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине. 26Ашер ырыуы ғәскәре башында – Ғохран улы Пағиил, 27Нафтали ырыуы ғәскәре башында Ғенан улы Ахирағ ине. 28Төркөмдәргә бүленгән исраилдарҙың юлға сығыу тәртибе ошолай ине.
29Муса Мидйәндән ҡайныһы Реғуилдың улы Ховавҡа:
– Беҙ Раббы «һеҙгә бирәм» тип вәғәҙә иткән ергә китеп барабыҙ, – тине. – Әйҙә беҙҙең менән, беҙ һиңә ҡарата яҡшы булырбыҙ, сөнки Раббы исраилдарға күп яҡшылыҡтар вәғәҙә итте.
30Ләкин Ховав:
– Мин үҙ еремә, халҡыма ҡайтам, – тип баш тартты.
31Муса иһә былай тине:
– Беҙҙе ҡалдырмаһаң ине, сөнки һин сүллектә ҡайҙа туҡтарға һәм туплам ҡорорға беләһең, беҙгә күҙ-ҡолаҡ булыр инең. 32Әгәр беҙҙең менән барһаң, Раббы беҙгә ҡылған игелекте һинең менән уртаҡлашырбыҙ.
33Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы. 34Туҡталған урындарынан ҡуҙғалған ваҡытта Раббының болото көндөҙҙәрен уларҙың өҫтөндә булды.
35Һандыҡ юлға ҡуҙғалған һайын Муса былай тиер булды:
– Эй Раббым, ҡалҡ!
Дошмандарың тырым-тырағай таралһын,
Һине күрә алмағандар алдыңдан ҡасып бөтһөн!
36Һандыҡ туҡталғанда иһә:
– Эй Раббым, ҡайт!
Исраилдың
Меңдәрсә үә меңдәрсә
Халҡы эргәһенә ҡайт! – тиер ине.

Currently Selected:

Иҫәп 10: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in