YouVersion Logo
Search Icon

Нахум 2

2
Ниневенең тар-мар ителеүе
1Эй Ниневе, һиңә ҡаршы емереүсе күтәрелә,
Нығытмаларыңды нығыт, юлдарыңды һаҡла,
Билеңде быу, бар булған көсөңдө тупла.
2Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн,
Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр,
Дошмандары уларҙы тапап,
Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.
3Яугирҙәрҙең ҡалҡандары ҡыҙыл,
Һуғышсылар бурҙат ҡыҙылдан кейенгән;
Алыш алдынан яу арбалары
Ут-ялҡын һымаҡ ялтырай,
Баш осонда һөңгөләр сафы сайҡала.
4Яу арбалары ғәрәсәт һымаҡ уҙа,
Майҙандарҙан унда-бында елә;
Улар ялҡын һымаҡ балҡый,
Йәшен ише ялт-йолт килә.
5Дошман үҙенең ғәскәр башлыҡтарын саҡыра,
Улар абына-һөрөнә ашыға;
Ҡала диуарҙарына йүгерәләр –
Унда инде ҡамау манаралары ҡоролған.
6Йылға ҡапҡалары асыла,
Батша һарайы ҡурҡыуҙан ҡалтырана.
7Шулай итеп, алдан хәл ителгән:
Ҡала халҡы һөргөнгә оҙатыласаҡ;
Уның ҡол ҡыҙҙары, күкрәк төйөп,
Күгәрсендәр һымаҡ ыңғыраша.
8Ҡаса Ниневе халҡы
Йырылған быуанан һыу киткәндәй.
«Туҡта, туҡта!» – тип аҡырһалар ҙа,
Һис кем артына боролмай.
9Көмөшөн ал, алтын урла!
Хазинаның иҫәбе-һаны юҡ,
Зиннәтле әйберҙәр бихисап.
10Емерелде, ергә тигеҙләнде,
Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе.
Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй,
Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә,
Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.
11Арыҫлан ояһы ҡайҙа хәҙер,
Йәш арыҫландар ашана торған урын?
Арыҫлан менән инә арыҫлан боҫҡан,
Көтөйҙәрен һис кем борсомаған ер ҡайҙа?
12Балалары өсөн арыҫлан һунар сапты,
Инә арыҫлан өсөн табышын боғаҙланы;
Мәмерйәһен аулаған йәнлектәр менән,
Ояһын ҡорбандары менән тултырҙы.
13Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Бына, һиңә ҡаршы сығам,
Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр;
Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар,
Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям,
Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!»

Currently Selected:

Нахум 2: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in