Нахум 1
1
1Ниневе тураһында әүлиәлек. Әлҡоштан Нахумдың күренмеш китабы.
Раббының Ниневегә асыуланыуы
2Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла.
Үсле Алла ярһыу менән тулы,
Үҙ дошмандарынан үс ала Ул,
Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.
3Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә,
Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ;
Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай,
Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер,
Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.
4Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор,
Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер,
Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер,
Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.
5Раббы хозурында тауҙар тетрәр,
Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр,
Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя
Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.
6Уның асыуына кем ҡаршы торор,
Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар?
Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы,
Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.
7Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын,
Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй.
8Һыуҙан баҫтырып Ниневене юҡ итәсәк,
Дошмандарын ҡараңғыға ырғытасаҡ Раббы.
9Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да,
Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ,
Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ.
10Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ,
Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар,
Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.
11Эй Ниневе, Раббыға ҡаршы золом уйлаған,
Мәкер йөрөткән кеше һинән сыҡты.
Раббы Үҙенең халҡын хуплай
12Раббы былай ти:
«Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа,
Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар.
Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем,
Бынан ары һине яфаламам.
13Муйыныңдан дошман ҡалыбын ватырмын,
Бығауҙарыңды өҙөрмөн».
Ашшур һәләкәткә дусар булыр
14Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе:
«Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ.
Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды,
Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм;
Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем,
Сөнки һин бик әшәке затһың».
15Бына, һөйөнсө килтереүсенең
Аяҡтары тауҙар артыла.
Ул тыныслыҡ иғлан итә!
– Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды,
Биргән нәҙерҙәреңде үтә.
Бынан ары һине залимдар тапамаҫ,
Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.
Currently Selected:
Нахум 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023