Миха 7
7
Миханың зары
1Ҡайғы миңә!
Йәйге уңыш йыйып алынғас,
Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған,
Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә
Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.
2Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы,
Намыҫлы кешеләр бөткән.
Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда#7:2 Боҫҡон – руссаһы: засада. торор,
Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.
3Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта:
Етәкселәр бүләк талап итә,
Хөкөмсөләр ришүәт ала,
Хакимдар теләгәнен таптыра.
Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.
4Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек,
Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ.
Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн –
Яза көнө килеп етте,
Ҡаушау солғап алыр уларҙы.
5Дуҫыңа ышанма,
Яҡыныңа таянма,
Ҡуйыныңда ятҡанға ла
Эс сереңде аслан асма.
6Сөнки улы атаһын хурлай,
Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә,
Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр.
7Ә мин Раббыға өмөт бағлайым,
Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем,
Ишетәсәк мине Аллам.
Ҡотолоу юлы
8Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым!
Мин йығылһам да, торормон,
Ҡараңғылыҡта ҡалһам да,
Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.
9Минең дәғүәмде хәл итеп,
Ғәйебемде аҡлағансы,
Раббының асыуына түҙермен,
Сөнки мин Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдым.
Ә һуңынан мине яҡтыға сығарыр,
Шунда ғәҙеллеген күрермен.
10Быға ҡарап:
«Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» –
Тигән дошманым хурланыр,
Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның
Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.
11Эй Йәрүсәлим,
Диуарҙарың ҡайтанан төҙөлөр,
Сиктәрең тағы ла киңәйер көн килә.
12Ул көн һинең халҡың
Ашшурҙан Мысырға тиклем,
Мысырҙан Евфратҡа ҡәҙәр,
Диңгеҙҙән – диңгеҙгәсә,
Тауҙарҙан тауҙарғаса
Йәйрәп ятҡан ерҙәрҙән һиңә ҡайтыр.
13Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында,
Уларҙың ғәмәлдәренә күрә
Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер.
Раббы халҡы өсөн доға
14Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән
Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт.
Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла,
Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә.
Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ
Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.
15Беҙҙе Мысырҙан сығарған көндәрҙәге кеүек
Халҡың өсөн мөғжизәләреңде ҡыл.
16Ҡәүемдәр быны күрер ҙә
Ҡеүәттәре юҡлыҡҡа оялыр;
Устары менән ауыҙҙарын ҡапларҙар,
Ҡолаҡтарын томаларҙар.
17Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар,
Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар,
Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып,
Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.
18Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған,
Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған,
Мәңгелеккә асыуын тотмаған,
Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?
19Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың,
Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың,
Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.
20Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр,
Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл.
Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға
Тап шулай тип ант иткәнһең.
Currently Selected:
Миха 7: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023