YouVersion Logo
Search Icon

Миха 6

6
Раббының Үҙ халҡын хөкөмгә саҡырыуы
1Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ:
Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ,
Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.
2Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре,
Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен.
Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра,
Исраил менән дәғүәләшә.
3«Эй халҡым, һиңә ҡаршы Мин ни эшләнем?
Һине Мин нисек йонсоттом, яуап ҡайтар, – ти Раббы. –
4Һине Мысырҙан сығарҙым,
Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым,
Муса менән Һарунды, Мирйәмде
Һинең алдыңдан ебәрҙем.
5Халҡым Минең, иҫеңә төшөр,
Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен,
Беғор улы Билғамдың яуаптарын,
Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы
Хәтергә ал, шунда аңларһың
Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».
Раббы кешенән нимә теләй?
6Раббы алдына нимә менән баҫырмын,
Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын?
Тотош яндырыу ҡорбандары,
Бер йәшлек башмаҡ килтерепме?
7Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен,
Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы?
Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме?
Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?
8Эй кеше, нимә яҡшы икәнен
Раббы һиңә белдерҙе:
Раббы һинән талап иткән нәмә –
Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал,
Алла хозурында күндәм йәшә.
9Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе.
Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала:
«Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет!
Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!
10Ямандарҙың өйөндәге хәрәм мал-байлыҡҡа,
Ҡәһәр төшкөр ялған үлсәүҙәргә түҙеп тораммы ни?
11Боҙоҡ бизмән, ялған герҙәр менән эш итеүсене аҡлай буламмы?
12Был ҡаланың байҙары кеше талай,
Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.
13Эй ҡала, шуға күрә һине тар-мар итермен,
Гонаһтарың өсөн буш ҡалырһың.
14Ҡорһаҡ тултырып ашарһың, туймаҫһың,
Ҡарының гелән ас ҡалыр;
Байлыҡ йыйырһың, һаҡлай алмаҫһың,
Ҡалғанына ҡылыс йүнәлтермен.
15Сәсерһең, ләкин урмаҫһың,
Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең;
Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.
16Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп,
Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ;
Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ.
Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм,
Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам,
Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».

Currently Selected:

Миха 6: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in