YouVersion Logo
Search Icon

Миха 1

1
1Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.
Раббының Исраил һәм Йәһүҙә менән хөкөмләшеүе
2Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ,
Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ!
Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан
Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.
3Бына, Раббы урынынан сығыр,
Тау баштарына баҫып, аҫҡа төшөр.
4Утта ирегән балауыҙмы ни,
Аяҡ аҫтарында тауҙар ирер;
Түбәләрҙән аҡҡан һыуҙармы ни,
Үҙәнлектәр икегә йырылыр.
5Былар барыһы ла Яҡуптың#1:5 Яҡуп – бында Исраил батшалығы күҙ уңында тотола, сөнки исраилдарҙың тәүатаһы Яҡуп тип иҫәпләнә. енәйәте,
Исраил халҡының гонаһы арҡаһында.
Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы?
Самария түгелме ни?
Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн
Кем яуап бирер?
Йәрүсәлим түгелме ни?
6«Шуға күрә Мин Самарияны харабаға –
Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм.
Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам,
Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –
7Һын-боттары ватып ырғытылыр,
Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр,
Бөтә боттарын юҡҡа сығарам!
Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре
Фәхишәләргә түләргә тотонолор!»
8Шуға күрә мин илап һыҡтармын,
Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн.
Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом,
Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.
9Сөнки Самарияның яралары уңалмаҫ,
Уның сире Йәһүҙәгә лә килде,
Халҡым йәшәгән Йәрүсәлимдең
Ҡапҡаларынаса барып етте.
10Быны Ғаҫта белдермәгеҙ,
Унда һыҡтамағыҙ, һыҡтамағыҙ.
Бейт-Леғафрала ҡайғынан туҙанға ятып аунағыҙ.
11Эй Шафир халҡы,
Шыр яланғас, мәсхәрәлә килеш китерһегеҙ.
Саананда йәшәгәндәр ҡалаларынан сыға алмаҫ,
Бейт-Әсәлдең халҡы ҡайғырып йәш түгер:
Һеҙгә ярҙам күрһәтеүсе булмаҫ.
12Мароҫ халҡы өмөтләнеп яҡшылыҡ көткәйне,
Әммә Раббынан Йәрүсәлим ҡапҡаларына афәт килде.
13Эй Лахишта йәшәгәндәр,
Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ.
Сион-ҡыҙҙың#1:13 Сион-ҡыҙ – Сион тауында урынлашҡан Йәрүсәлим ҡалаһының шиғри атамаһы. Бында һәм башҡа шундай урындарҙа Сион һәм Йәрүсәлим ҡатын-ҡыҙға тиңләштерелә. гонаһының башы һеҙ булдығыҙ,
Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле.
14Шуның өсөн Морешеҫ-Ғаҫҡа бирнә бирерһегеҙ;
Ахзив ҡалаһы Исраил батшаларын алдаясаҡ.
15Эй Марешала йәшәгәндәр,
Раббы һеҙгә илбаҫарҙар алып килә.
Исраилдың затлы кешеләре
Ғадуллам мәмерйәһенә һыйынасаҡ.
16Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр,
Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын,
Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк!

Currently Selected:

Миха 1: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in