YouVersion Logo
Search Icon

Миха 2

2
Ярҙамһыҙҙарға яуызлыҡ ҡылыусыларҙың яҙмышы
1Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап,
Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы!
Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар,
Сөнки уларҙың быға көстәре етә.
2Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала,
Өй теләһә, хужаһын да,
Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала,
Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.
3Шуның өсөн Раббы былай ти:
«Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем,
Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ.
Залим заман килер өҫтөгөҙгә –
Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ.
4Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр,
Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр:
„Таланылар беҙҙе, таланылар!
Минең халҡымдың өлөшөн һаталар!
Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына!
Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.
5Шулай икән, Раббы йыйынында
Биләмәңдең сиген үлсәргә лә кешең булмаҫ.
6Кешеләр әйтә:
„Беҙгә аҡыл өйрәтмә!
Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә.
Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.
7Эй Яҡуп нәҫеле, һеҙгә әйтелмәнеме ни?
Раббының сабырлығы бөткәнме?
Шулай эшләй аламы Ул?
Дөрөҫ юлда йөрөгәндәргә
Минең һүҙҙәрем яғымлы түгелме ни?
8Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа
Минең халҡым Үҙемә дошман булды:
Дошманлашыу уйында ла булмаған,
Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең
Кейемдәрен талап алаһығыҙ.
9Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын
Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ,
Балаларынан Минең хәйер-фатихамды
Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ.
10Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан,
Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ.
Был ер, нәжесләнгән өсөн,
Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк.
11Берәй елғыуар алдаҡсы килеп:
„Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә,
Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».
Исраилдың иҫән ҡалғандырын йыйып алырға вәғәҙә
12«Эй Яҡуп нәҫеле,
Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым,
Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам.
Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ
Илегеҙ кешеләр менән тулыр.
13Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе
Үҙенең халҡы алдынан барыр.
Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр,
Батшалары Алла Үҙе алдан атлар,
Раббы юл башлаусы булыр».

Currently Selected:

Миха 2: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in