Юныс 4
4
Алланың Ниневе кешеләренә мәрхәмәте
1Юнысҡа был оҡшаманы, ул бик ныҡ асыуланды һәм көйөндө. 2Ул Раббыға былай тип доға ҡылды:
– Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит. 3Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.
4– Асыуланып яҡшы эшләйем тиһеңме? – тип һораны Раббы.
5Юныс ҡаланан сыҡты ла уның көнсығыш яғына барып ултырҙы. Шунда үҙенә ҡыуыш эшләп алды, уның күләгәһенә йәшенеп, ҡала менән ни булырын күҙәтә башланы.
6Раббы Алла күләгәһе, көйөнөсөнән дауа булһын тип, Юныстың баш өҫтөнә бер үҫемлек үҫтерҙе. Юныс был үҫемлеккә бик ныҡ шатланды. 7Ләкин Алла иртәгәһенә иртәнсәк бер бөжәк ебәрҙе. Бөжәк, үҫемлекте кимереп, уны һулытты. 8Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.
9– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан.
– Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.
10– Һиңә үҙең бер ниндәй ҙә хеҙмәт һалмаған һәм үҫтермәгән, бер төндә үҫеп сығып, бер төндә юҡҡа сыҡҡан үҫемлек йәл, – тине Раббы. 11– Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк Ниневе ҡалаһын нисек йәлләмәйем?
Currently Selected:
Юныс 4: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: