Маҫҫайос 13
13
Сәсеүсе хаҡында ҡисса
(Мрк 4:1-9; Лк 8:4-8)
1Шул көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл буйына барып ултырҙы. 2Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 3Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне:
– Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. 4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән. Ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. 5Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7Башҡа орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып киткән. 8Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән. 9Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Кинәйәле ҡиссалар һөйләүҙең маҡсаты
(Мрк 4:10-20; Лк 8:9-15; 10:23-24)
10Шәкерттәре Уның янына килеп:
– Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар менән һөйләйһең? – тип һораны.
11– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. – 12Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 13Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар менән һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. 14#Ишғ 6:9-10.Бына шулай Ишағыяһтың пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты:
«Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ,
ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.
15Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан,
ҡолаҡтары көскә ишетә,
улар күҙҙәрен дә йомған.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар –
Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
16Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә. 17Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.
Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
18Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның нимә аңлатҡанын тыңлағыҙ. 19Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. 20Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 21әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә. 22Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй. 23Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.
Ҡый үләне хаҡында ҡисса
24Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне:
– Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған. 25Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән. 26Үҫентеләр күтәрелеп баш ебәргән ваҡытта, ҡый үләне лә күренә башлаған. 27Хеҙмәтселәре ҡайтып йорт хужаһынан: «Әфәндем, һин баҫыуыңа яҡшы орлоҡ сәскәйнең түгелме һуң? Унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?» – тип һораған. 28«Был – дошман эше», – тип яуап биргән хужа. «Теләһәң, беҙ хәҙер барып уларҙы утайбыҙ?» – тигән хеҙмәтселәр. 29Ләкин ул былай тигән: «Кәрәкмәй, юғиһә утаған ваҡытта ҡый үләне менән бергә игенде лә йолҡоп ҡуйыуығыҙ бар. 30Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен».
Гәрсис орлоғо һәм әсетке хаҡында ҡисса
(Мрк 4:30-34; Лк 13:18-21)
31Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне:
– Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән гәрсис орлоғона оҡшаған. 32Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, әммә үҫкәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора.
33Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса:
– Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға#13:33 Бер ҡапсыҡ – һүҙмә-һүҙ: «өс сатон». Был яҡынса 39 л (23 кг он). болғаған әсеткегә оҡшаған.
34Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға кинәйәле ҡиссаһыҙ бер нәмә лә һөйләмәне. 35#Зәб 77:2.Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
«Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын,
донъя яратылған көндәрҙән бирле
йәшерен булғанды һөйләрмен».
Ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
36Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп:
– Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бир әле, – тип үтенде.
37– Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. – 38Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары, 39һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр. 40Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: 41Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып, 42янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр. 43#Днл 12:3.Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Йәнә өс ҡисса
44Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаған. Берәү уны табып алған да ҡабат күмеп ҡуйған. Шунан, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған.
45Күктәр Батшалығы йәнә гүзәл ынйылар эҙләгән сауҙагәргә оҡшаған. 46Ул, иң затлы ынйыны тапҡас, ҡайтып бар мөлкәтен һатҡан да шул ынйыны алған.
47Йәнә Күктәр Батшалығы балыҡсылар диңгеҙгә ырғытҡан һәм күп төрлө балыҡ тулып сыҡҡан йылымға оҡшаған. 48Йылым балыҡ менән тулғас, уны ярға тартып сығарғандар ҙа ултырып балыҡтарҙы айырғандар. Яҡшыларын кәрзингә һалғандар, ашарға яраҡһыҙҙарын иһә ситкә ырғытҡандар. 49Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа 50янып ятҡан мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.
51Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы?
– Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
52– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.
Назарала Ғайсаны инҡар итеү
(Мрк 6:1-6; Лк 4:16-30)
53Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте. 54Ул Үҙенең ҡалаһына ҡайтҡас, кешеләргә ғибәҙәтханаларҙа аң-белем бирҙе. Тыңлаусылар таң ҡалып:
– Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тине. – 55Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа? 56Уның бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? Шулай булғас, бының барыһы Уға ҡайҙан килгән?
57Шулай тип, Уны инҡар иттеләр. Ғайса уларға:
– Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине.
58Кешеләрҙең ышанмауы арҡаһында, Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.
Currently Selected:
Маҫҫайос 13: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023