YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 12

12
Шәмбе хаҡында һорау
(Мрк 2:23-28; Лк 6:1-5)
1 # Ҡнн 23:25. Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Асыҡҡан шәкерттәре башаҡ өҙөп ашай башланы. 2Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға:
– Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр.
3-4 # 1 Бат 21:1-6; Сығ 25:30. – Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? Ул, Алла йортона инеп, үҙенең кешеләре менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тине Ғайса. – 5Йәки Алла йортонда ҡаһиндарҙың, шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы? 6Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар. 7#Һош 6:6.Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. 8Сөнки Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы.
Ҡулы ҡороған кеше
(Мрк 3:1-6; Лк 6:6-11)
9Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. 10Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп:
– Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.
11– Әгәр берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы булһа, шул һарыҡ шәмбе көндө соҡорға төшөп китһә, ул уны сығармаҫ инеме? – тине Ғайса. – 12Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә.
13Шунан Ул ауырыуға:
– Ҡулыңды һуҙ! – тине.
Уныһы ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды. 14Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.
Алланың һайланған ҡоло
(Мрк 3:7-12; Лк 6:17-19)
15Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы, 16әммә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. 17Был Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
18 # Ишғ 42:1-4. «Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом,
Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы.
Мин Уны Рухым менән һуғарырмын,
Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер.
19Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ,
урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ.
20Ғәҙеллекте еңеүгә килтергәнгә тиклем,
Ул сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ,
быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ.
21Ҡәүемдәр Уның исеменә өмөт бағлар».
Ғайса һәм Бәғел-Зевул
(Мрк 3:22-29; Лк 11:14-23; 12:10)
22Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы. 23Бөтөн халыҡ шаҡ ҡатып бер-береһенән:
– Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.
24Быны ишетеп фарисейҙар:
– Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.
25Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине:
– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ. 26Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Был осраҡта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң? 27Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә әйҙә улар һеҙҙе хөкөм итһен. 28Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
29Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр.
30Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата. 31Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең һәр гонаһы, һәр көфөр һүҙе ғәфү ителер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр ҡылыу ғәфү ителмәҫ. 32Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ.
Ағас һәм уның емештәре
33Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә. 34Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була. 35Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. 36Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. 37Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.
Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһе
(Лк 11:29-32; Маҫ 16:4)
38Шунда ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар араһынан ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға:
– Остаз, беҙ һинең берәй илаһи билдә күрһәтеүеңде теләйбеҙ, – тине.
39Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 40#Юнс 2:1.Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер. 41#Юнс 3:5.Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк. 42#1 Бат 10:1-10.Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.
Яуыз рухтың кире ҡайтыуы
(Лк 11:24-26)
43Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. 44Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 45Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
(Мрк 3:31-35; Лк 8:19-21)
46Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. 47Кемдер берәү Ғайсаға:
– Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине.
48Ғайса был кешенән:
– Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла 49ҡулы менән шәкерттәренә күрһәтте: – Бына Минең әсәйем менән туғандарым! 50Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in