YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 14

14
Сумдырыусы Яхъяның үлеме
(Мрк 6:14-29; Лк 9:7-9)
1Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде. 2Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шуға күрә Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине.
3Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны. 4Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне. 5Һируд Яхъяны үлтергән булыр ине, тик халыҡтан ҡурҡҡайны. Сөнки кешеләр Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.
6Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны, 7ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте. 8Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә:
– Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.
9Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә 10һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе. 11Ҡырҡылған башты ҡоштабаҡҡа һалып килтерҙеләр ҙә ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы. 12Яхъяның шәкерттәре килеп остаздарының кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр.
Биш мең кешене туйҙырыу
(Мрк 6:32-44; Лк 9:10-17; Ях 6:1-13)
13Был хаҡта ишеткәндән һуң, Ғайса яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Быны белеп ҡалған халыҡ, ҡалаларынан сығып, Уның артынан йәйәүләп китте. 14Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы. 15Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде:
– Бында ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар.
16– Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса.
17Шәкерттәре Ғайсаға:
– Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр.
18– Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса.
19Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 20#4 Бат 4:44.Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 21Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине.
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
(Мрк 6:45-56; Ях 6:16-21)
22Шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡҡа сыға торорға ҡушты, ә Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 23Халыҡты оҙатҡандан һуң, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәндә лә Ул бында бер үҙе булды. 24Ә кәмә ярҙан алыҫ#14:24 Алыҫ – грекса «күп стадия». Бер стадия – 185 м. киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде. 25Таң атып килгән мәлдә#14:25 Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы. Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте. 26Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, ҡурҡып киттеләр.
– Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр.
27– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса.
28Шунан Петрус:
– Хакимым! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап Үҙеңдең яныңа барырға бойорсо, – тип өндәште.
29– Кил, – тине Ғайса.
Петрус кәмәнән төштө лә һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. 30Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы.
– Хакимым, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
31Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды:
– Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
32Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды. 33Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп:
– Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
34Улар, күлде аша үтеп, Геннисаретта ярға сыҡтылар. 35Урындағы халыҡ, Ғайсаны танып, был хаҡта бөтә әйләнә-тирәгә хәбәр таратты һәм Уға барса ауырыуҙарҙы алып килделәр. 36Улар Ғайсанан кейеменең сабыуына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in