1
Маҫҫайос 12:36-37
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.
Compare
Explore Маҫҫайос 12:36-37
2
Маҫҫайос 12:34
Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.
Explore Маҫҫайос 12:34
3
Маҫҫайос 12:35
Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.
Explore Маҫҫайос 12:35
4
Маҫҫайос 12:31
Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең һәр гонаһы, һәр көфөр һүҙе ғәфү ителер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр ҡылыу ғәфү ителмәҫ.
Explore Маҫҫайос 12:31
5
Маҫҫайос 12:33
Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә.
Explore Маҫҫайос 12:33
Home
Bible
Plans
Videos