Ғивриҙәргә 5
5
1Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш. 2Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар. 3#Лев 4:3; 9:7.Шунлыҡтан ул халыҡ гонаһтары өсөн дә, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.
4 #
Сығ 28:1. Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла. 5#Зәб 2:7.Мәсих тә Баш Ҡаһин булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны:
«Һин – Минең Улым.
Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», –
тип әйткән Алла бирҙе. 6#Зәб 109:4.Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла:
«Һин – Мәлки-Садиҡ#5:6 Мәлки-Садиҡ – Сәлим батшаһы һәм ҡаһин. Ибраһим уға хәрби табышының унынсы өлөшөн биргәндән һуң, Мәлки-Садиҡ Ибраһимға фатихаһын бирә. дәрәжәһендәге мәңгелек ҡаһинһың», –
тип әйтә.
7Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде. 8Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡтың асылын төшөндө 9һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде. 10Ул Алла тарафынан Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Баш Ҡаһин итеп билдәләнде.
Хаҡ юлдан тайпылыу хәүефе
11Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ишетмәй башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын. 12Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк. 13Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый. 14Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.
Currently Selected:
Ғивриҙәргә 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023