YouVersion Logo
Search Icon

Ғивриҙәргә 4

4
Алланың тыныс-имен урыны
1Алланың тыныс-имен урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, иғтибарлы булайыҡ. 2Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне. 3Беҙ иһә ышанғанға күрә Алланың тыныс-имен урынына инәбеҙ. Алла бит:
«Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп:
„Улар бер ҡасан да
Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, –
тип ант иттем», –
тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла. 4#Баш 2:2.Изге Яҙманың бер урынында етенсе көн тураһында былай тип әйтелгән: «Етенсе көндә Алла Үҙенең барлыҡ эштәренән ял итте». 5Үрҙә ошоға бәйле: «Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк», – тип әйтелгән. 6Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың тыныс-имен урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә, 7Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе:
«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».
8Йушағ уларҙы тыныс-имен урынға килтергән булһа, Алла бынан һуң тыуыр ниндәйҙер башҡа көн тураһында әйтмәҫ ине. 9Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле#4:9 Шәмбе – йәһүдтәр өсөн Аллаға бағышланған ял көнө.. 10Алланың тыныс-имен урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк. 11Шулай икән, Уның тыныс-имен урынына инергә бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Буйһонмағандарҙың өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.
12Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә. 13Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Ғайса – бөйөк Баш Ҡаһин
14Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ. 15Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит. 16Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in