YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 39

39
Ҡаһиндар өсөн кейем
1Раббы Мусаға ҡушҡанса, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән Изге торлаҡта хеҙмәт итер өсөн кейемдәр һәм Һарунға изге кейемдәр әҙерләнеләр.
2Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын еп ҡушып оҫта итеп эшләнеләр. 3Бының өсөн алтынды ҡалай һымаҡ итеп йәйҙеләр ҙә еп итеп ҡырҡтылар һәм шуны зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә ҡуштылар. 4Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тектеләр. 5Эфодтың билғауы эфод һымаҡ уҡ һуғылды һәм уның менән бер бөтөн булды – ул алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм нәҙек етендән һуғылды. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.
6Алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙереп ҡуйылған оникс таштар әҙерләнеләр; был таштарға, мөһөрҙәге шикелле, Исраил улдарының исемдәре сүкеп яҙылғайны. 7Уларҙы, Исраил улдары хаҡында иҫтәлек булһын өсөн, эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.
8Эфод шикелле үк, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән түшлек оҫталанылар. 9Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш ҙурлығында дүрткел ине. 10Унда дүрт рәт аҫыл таштар һалынғайны. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт; 11икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас; 12өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист; 13дүртенсе рәттә – һары яҡут, оникс һәм йәшмә ине. Бөтә таштар ҙа биҙәкле алтын тирәсәгә кейҙерелгәйне. 14Исраил улдарының исемдәре яҙылған таштар ун ике ине: һәр ташта, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылғайны.
15Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшләнеләр. 16Биҙәкле ике алтын тирәсә эшләнеләр. Шулай уҡ ике алтын дүңгәләк яһап, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркеттеләр ҙә 17ике алтын сылбыр ярҙамында 18ике тирәсәгә тоташтырҙылар, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. 19Тағы ике алтын дүңгәләк эшләнеләр һәм уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркеттеләр. 20Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән, беркеттеләр. 21Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгәйне – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып тора ине. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.
22Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан тегелде. 23Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым яһалды. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелде. 24Ябынсаның итәгенә зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл сиратылған йөн ептән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшләнеләр. 25Саф алтындан ҡыңғырауҙар эшләнеләр һәм уларҙы анар емештәре араһына ябынса итәгенә таҡтылар. 26Ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ҡаһин хеҙмәтен үтәү өсөн тәғәйенләнгән ябынса салғыйы буйлап сиратлашып барҙы. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.
27Һарунға һәм уның улдарына нәфис етендән күлдәк тектеләр, 28нәфис етендән сәллә һәм сиратылған етен ептән баш бәйҙәре эшләнеләр, йоҡа етендән ыштан тектеләр. 29Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.
30Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар. 31Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.
32Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне. 33Улар Мусаға Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм бөтә кәрәк-ярағын – ҡаптырма, рам, һайғау, бағана һәм төптәрен – 34шулай уҡ иләнгән һарыҡ тиреһенән япманы һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күндән өҫкө ябыуҙы, айырып торған пәрҙәне, 35Килешеү һандығын, уның ҡолғаларын, ҡапҡасын, 36өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте, 37саф алтындан эшләнгән шәмдәлде һәм уның өҫтөндә торорға тейешле майшәмдәрҙе, уның бөтә кәрәк-ярағын һәм шәм өсөн майҙы, 38алтын ҡорбан усағын, мәсех майын, төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, сатырға инер юлды ҡаплай торған ҡорманы, 39баҡыр рәшәткәле баҡыр ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын, 40ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм аҫтындағы төптәрен, ихата ҡапҡаһына ҡорманы, бауҙарҙы һәм ҡаҙыҡтарҙы, Осрашыу сатырында ғибәҙәт ҡылыуға тәғәйенләнгән бөтә йыһазды, 41шулай уҡ изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре алып килде. 42Исраил халҡы бөтәһен дә, Раббы Мусаға нисек ҡушһа, шулай эшләне.
43Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in