Сығыу 38
38
Тотош яндырыу ҡорбаны усағының яһалыуы
1Бесалил тотош яндырыу ҡорбаны өсөн сәрүәр ағасынан буйы ла, иңе лә биш терһәк, бейеклеге өс терһәк булған дүрткел ҡорбан усағы эшләне. 2Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшләне. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көпләне. 3Ҡорбан усағы өсөн бөтә кәрәк-яраҡ: көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар эшләне. Уларҙың бөтәһе лә баҡырҙан ине. 4Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһаны һәм уны ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығытты. 5Ҡолғалар өсөн дүрт дүңгәләк ҡойоп яһаны һәм уларҙы баҡыр рәшәткәнең дүрт мөйөшөнә беркетте. 6Ҡолғаларҙы сәрүәр ағасынан эшләне һәм уларҙы баҡыр менән көпләне. 7Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөр өсөн, ҡолғаларҙы ҡорбан усағының ситтәрендәге дүңгәләктәргә кейҙерҙе. Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһаны.
Баҡыр йыуынғыстың яһалыуы
8Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.
Изге сатыр ихатаһының яһалыуы
9Изге сатырҙы уратып ихата эшләне. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙар эленде. 10Шаршауҙар өсөн төптәре баҡыр, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөш булған егерме бағана яһаны. 11Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булды, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалды. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. 12Ихатаның көнбайыш яғынан ун төптә ултырған ун бағанаға эленгән илле терһәк оҙонлоғондағы шаршау һуҙыла. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. 13Көнсығыш яғы илле терһәк оҙонлоғо ине. 14Ихата ҡапҡаһының бер яғында өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленгән ун биш терһәк оҙонлоғондағы шаршау килә. 15Ихата ҡапҡаһынан икенсе яҡҡа ла өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленгән ун биш терһәк оҙонлоғондағы шаршау китә. 16Ихата әйләнәһендәге бөтә шаршау – сиратылған нәфис етендән, 17бағана аҫтындағы төптәр – баҡырҙан, бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. Бағана баштары көмөш менән көпләнгән. Ихатаның бөтә бағаналары ла көмөш беркеткестәр менән тоташтырылған. 18Ихатаның ҡапҡаһы өсөн ҡорма егерме терһәк оҙонлоғондағы төрлө төҫтәге – зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән эшләнеп, нағыш менән биҙәлгәйне. Уның иңе, ихата шаршауы һымаҡ, биш терһәк ине. 19Уның дүрт баҡыр төпкә ултыртылған дүрт бағанаһы, көмөш ырғаҡтары бар ине. Бағана баштары көмөш менән көпләнгәйне; ундағы беркеткестәр ҙә көмөш ине. 20Изге сатырҙың бөтә ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан ине.
Ҡулланылған алтын,
көмөш һәм баҡырҙың күләме
21Бына Изге сатыр – Килешеү сатырын – төҙөүгә киткән сығымдарҙы Мусаның бойороғо буйынса Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар етәкселегендә левиҙәр иҫәпләп сығарған исемлек. 22Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалил Раббы Мусаға бойорғандарҙың барыһын да эшләне. 23Был эштә уға Дан ырыуынан Ахисамахтың улы Оһолиав ярҙам итте. Ул семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен менән эш итеү оҫталығына эйә булған кеше ине.
24Изге торлаҡ төҙөүгә тотонолған алтын – күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа алтыны – изге шекелгә күрә егерме туғыҙ талант та ете йөҙ утыҙ шекел булды. 25Йәмғиәт иҫәбенә ингәндәрҙән йыйылған көмөш изге шекелгә күрә йөҙ талант та бер мең ете йөҙ етмеш биш шекел тәшкил итте. 26Егерме йәштән алып иҫәпкә индерелгән һәр кемдән – алты йөҙ өс мең дә биш йөҙ илле кешенән – берәр беҡа, йәғни изге шекелгә күрә ярты шекел түләнде. 27Изге сатыр бағаналарына һәм пәрҙә бағаналарына төп ҡойоуға йөҙ талант, йәғни һәр төпкә бер талант көмөш китте. 28Ҡалған бер мең ете йөҙ етмеш биш шекел көмөш иһә бағаналарҙың ырғаҡтарын, беркеткестәрен яһауға, бағана баштарын көпләүгә тотонолдо.
29Күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа итеп етмеш талант һәм ике мең дүрт йөҙ шекел баҡыр килтерелгәйне. 30Унан Осрашыу сатырына инер юлдағы бағаналар өсөн төптәр, рәшәткәһе һәм йыһаздары менән бергә баҡыр ҡорбан усағы, 31ихата әйләнәһенә эленгән шаршау һәм ихата ҡапҡаһы өсөн бағана төптәре, шулай уҡ Сатыр һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтар эшләнде.
Currently Selected:
Сығыу 38: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023