YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 40

40
Изге сатырҙы ҡороу һәм изгеләндереү
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор. 3Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла. 4Шунан өҫтәл индер һәм өҫтөнә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе теҙеп ултырт. Шәмдәл килтер һәм майшәмдәрен ҡуй. 5Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл. 6Ҡорбан яндырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағын Осрашыу сатыры алдына урынлаштыр. 7Сатыр менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуй һәм унда һыу тултыр. 8Сатырҙы уратып ихата ҡор, ихата ҡапҡаһына ҡорма эл. 9Шунан мәсех майы ал да Изге сатырға һәм ундағы бар нәмәгә һөрт: сатырҙы һәм уның барса йыһаздарын изгеләндер – улар изге булыр. 10Шулай уҡ тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның бөтә йыһаздарына май һөрт: ҡорбан усағын изгеләндер – ул изгеләрҙән-изге булыр. 11Йыуынғысҡа һәм уның таяуына май һөрт – уларҙы изгеләндер.
12Һарун менән улдарын Осрашыу сатыры алдына килтер ҙә һыу менән ҡойондор. 13Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер. 14Улдарын килтер, уларға күлдәк кейҙер. 15Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.
16Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне. 17Икенсе йылдың беренсе айының тәүге көнөндә Изге торлаҡ ҡоролдо. 18Муса сатырҙы ҡорҙо: төптәрен ҡуйҙы, уларҙың өҫтөнә һайғауҙар менән тоташтырып рамдарын тыҡты, бағаналар ҡаҡты, 19япмаларын япты, ә өҫтән, үҙенә Раббы ҡушҡанса, өҫкө япма менән ҡапланы.
20Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы, 21Һандыҡты Изге торлаҡҡа индерҙе һәм, Раббы ҡушҡанса, пәрҙә элеп, Килешеү һандығын ҡапланы.
22Өҫтәлде Осрашыу сатырының эсендә, төньяҡ тарафҡа, пәрҙә алдына ҡуйҙы. 23Уның өҫтөнә Раббы алдына икмәк һалды. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. 24Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы. 25Майшәмдәрҙе лә Раббы алдына урынлаштырҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
26Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы; 27уның өҫтөндә хуш еҫ төтәтергә ҡуйҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. 28Сатырға ингән урынға ҡорма элде. 29Осрашыу сатыры алдына тотош яндырыу ҡорбаны усағын урынлаштырҙы һәм уның өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны һәм икмәк саҙаҡаһы килтерҙе. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
30Осрашыу сатыры менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуйҙы һәм уға йыуыныу өсөн һыу тултырҙы. 31-32Муса, Һарун һәм Һарундың улдары, Осрашыу сатырына керергә һәм ҡорбан усағына яҡын килергә кәрәк булғанда, унда аяҡ-ҡулдарын йыуа ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
33Муса Сатырҙы һәм ҡорбан усағын уратып, ихата ҡорҙо, ихата ҡапҡаһына ҡорма элде.
Шулай итеп, Муса эшен тамамланы.
Болоттоң Осрашыу сатырын ҡаплауы
34Шул саҡ Осрашыу сатырын болот ҡапланы һәм Изге торлаҡ Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды. 35Муса Осрашыу сатырына инә алманы, сөнки уны болот ҡаплағайны һәм Изге торлаҡҡа Раббының шөһрәте тулғайны.
36Сатыр өҫтөнән болот күтәрелгәндә, исраилдар юлға сығыр һәм тәғәйен араны үтер булды. 37Болот күтәрелмәгәндә иһә, уның ҡалҡҡанын көтөп туҡтап торҙолар. 38Көндөҙ Изге торлаҡ өҫтөндә Раббы болото торҙо, төнөн болот эсендә ут янды – быны исраилдарҙың һәммәһе лә күрҙе. Улар сәфәрҙә булған осорҙа гелән шулай булды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in