Сығыу 37
37
Килешеү һандығын яһау
1Бесалил сәрүәр ағасынан һандыҡ яһаны. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым һәм бейеклеге терһәк ярым ҙурлығында ине. 2Уны эстән дә, тыштан да саф алтын менән көпләне һәм ситенән алтын менән ҡаймаланы. 3Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы һандыҡтың дүрт тояғына беркетте: ике дүңгәләк – һандыҡтың бер яғынан, икәүһе икенсе яғынан булды. 4Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләп, уларҙы алтын менән көпләне. 5Һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙерҙе.
6Һандыҡ өсөн саф алтындан буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым ҙурлығында ҡапҡас эшләне. 7Һандыҡ ҡапҡасының ике осона алтындан сүкеп ике кируб эшләне. 8Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булып, ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итә ине. 9Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине.
Изге икмәк ҡуя торған өҫтәлдең яһалыуы
10Бесалил сәрүәр ағасынан өҫтәл эшләне; буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым ине. 11Уны саф алтын менән көпләне һәм сит-ситтәрен алтын менән ҡаймаланы. 12Ситтәренә ус аяһы бейеклегендә эргәлек эшләне һәм уны алтын менән ҡаймаланы. 13Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы өҫтәлдең дүрт мөйөшөнә, аяҡтары тәңгәленә беркетте. 14Дүңгәләктәрҙе эргәлек янына урынлаштырҙы; өҫтәлде күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, уларға ҡолға кейҙереләсәк ине. 15Ул өҫтәлде күсереп йөрөтөр өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләне һәм уларҙы алтын менән көпләне. 16Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн һауыт-һаба: саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн кәсәләр һәм ҡомғандар эшләне.
Шәмдәлдең яһалыуы
17Бесалил, саф алтындан сүкеп, шәмдәл эшләне. Уның нигеҙен, һабағын, кәсәләрен, бөрөләрен һәм таждарын бер бөтөн итеп тоташтырҙы. 18Шәмдәлдең бер яғынан – өс, икенсе яғынан – өс, йәмғеһе алты ботаҡ бар ине. 19Алты ботаҡтың һәр береһендә бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған өсәр кәсә бар ине. 20Шәмдәлдең һабында бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған дүрт кәсә бар ине. 21Ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, икенсе ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, өсөнсө ике ботаҡ аҫтында бер бөрө – шәмдәлдең бөтә алты ботағы аҫтында ла шулай ине. 22Кәсәнең бөрөләре лә, ботаҡтар ҙа – шәмдәл менән бер бөтөн: һәммәһе лә саф алтындан сүкелгәйне. 23Ул ете майшәм эшләне. Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан ине. 24Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант саф алтын китте.
Хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағының яһалыуы
25Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине. 26Ул уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көпләне, ситтәрен алтын менән ҡаймаланы. 27Ике алтын дүңгәләк эшләне һәм, ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә ҡолға кейҙереп ҡуймалы итеп, уларҙы ситтәре буйлап ҡайма аҫтына беркетеп ҡуйҙы. 28Ул сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләне һәм уларҙы алтын менән көпләне.
29Ул, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, мәсехләү өсөн изге май һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһы яһаны.
Currently Selected:
Сығыу 37: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023