Сығыу 23
23
Ғәҙеллек тураһында ҡанун
1Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә, ялған шаһитлыҡ биреп, яман кешене яҡлама. 2Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә, күпселеккә эйәреп, ғәҙелһеҙлек ҡылма. 3Хөкөм иткәндә ярлыға ярлы булғаны өсөн генә өҫтөнлөк бирмә.
4Дошманыңдың аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки ишәген осратһаң, хужаһына алып барып бирергә тейешһең. 5Үҙеңде күрә алмаған кешенең йөк артмаҡлаған ишәге йығылғанын күрһәң, шул көйө ҡалдырма, хужаһына уны торғоҙорға ярҙам ит.
6Ярлының дәғүәһен тикшергәндә, башҡаларҙы хөкөм иткәндәге кеүек үк, ғәҙел бул. 7Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым. 8Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.
9Килмешәкте йәберләмә. Сит-ят ерҙә нисек ҡыйын икәнен беләһегеҙ – Мысырҙа үҙегеҙ килмешәк булдығыҙ.
10Алты йыл ереңә орлоҡ сәс һәм уңыш йый, 11ә етенсе йылына уны эшкәртмә, ял иттер. Уның емештәрен халҡыңдың ярлылары ашаһын, ҡалғаны менән ҡыр йәнлектәре ризыҡланһын. Йөҙөм ағастары менән зәйтүн ағастарына ҡарата ла шуны эшлә.
12Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын. 13Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.
Өс ҙур байрам
14Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ. 15Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ.
Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.
16Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр. 17Шул рәүешле, йылына өс тапҡыр бөтә ирҙәр Хакимығыҙ Раббы хозурына баҫырға тейеш.
18Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Байрамда Миңә килтерелгән ҡорбандың майы иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.
19Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил.
Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.
Алланың вәғәҙәһе һәм күрһәтмәләре
20Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр. 21Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.
22Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын. 23Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен. 24Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер. 25Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын. 26Шул саҡта һин йәшәгән ерҙә балаһы төшкән, түлһеҙ ҡалған бер ҡатын да булмаҫ. Мин һиңә оҙон ғүмер бирермен.
27Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен. 28Һинең алдан траштар ебәрермен, ул хиууиҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе һәм хиттиҙәрҙе ҡасырға мәжбүр итер. 29Ләкин Мин уларҙы бер юлы, бер йылда ғына ҡыуып ебәрмәм, юҡһа ер кешеһеҙ ҡалып, һине кейек-януар баҫыр. 30Мин был халыҡтарҙы әкренләп ҡыуып таратырмын – һин инде, ишәйеп киткәс, тотош илгә хужа булырһың. 31Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.
32Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә! 33Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.
Currently Selected:
Сығыу 23: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023