YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 24

24
Алланың Исраил халҡы менән килешеү төҙөүе
1Раббы Мусаға:
– Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. – 2Миңә фәҡәт Муса ғына яҡынлашһын! Башҡа берәү ҙә Раббыға яҡын килергә тейеш түгел. Халыҡ иһә уның менән тауға менергә тейеш түгел.
3Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып:
– Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.
4Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты. 5Унан Муса Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар. 6Муса ҡандың яртыһын туҫтаҡтарға ағыҙып алды, ҡалған ҡанды ҡорбан усағы өҫтөнә һирпте. 7Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла:
– Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.
8Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә:
– Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине.
9Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде 10һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.
11Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әммә Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр.
12Раббы Мусаға:
– Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен.
13Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде. 14Аҡһаҡалдарға иһә:
– Беҙ кире ҡайтҡансы ошонда көтөп тороғоҙ, – тине. – Һарун менән Хур янығыҙҙа ҡала. Берәйһенең йомошо төшһә, уларға мөрәжәғәт итһен.
15Муса тауға менде. Тауҙы болот ҡаплап алды. 16Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште. 17Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.
18Муса, болот эсенә инеп, тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in