YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 21

21
Ҡолдар тураһындағы ҡанун
1Муса, бына һин уларға иғлан итергә тейешле ҡанундар:
2ғивриҙе ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны, йолом түләтмәйенсә, иреккә ебәр. 3Әгәр ҙә ул бер үҙе килһә, бер үҙе китһен; әгәр ҙә инде ҡатыны менән килһә, ҡатыны ла уның менән китһен. 4Әгәр ҙә ҡол өйләнмәгән булып, хужаһы уны өйләндерһә, ҡатыны бала тапһа, ҡатыны менән балалары хужаныҡы булып иҫәпләнә; ҡол бер үҙе китһен.
5Әгәр ҙә ҡол: «Хужамды, ҡатынымды һәм балаларымды яратам, иреккә сыҡҡым килмәй», – тиһә, 6хужа уны Алла хозурына килтерһен, шунда ишек янына йә ишек яңағына терәтеп баҫтырһын да ҡолаҡ япрағын беҙ менән тишһен. Шул саҡта ул хужаһына ғүмерлеккә ҡол булыр.
7Әгәр ҙә берәү ҡыҙын ҡоллоҡҡа һатһа, ҡыҙҙы иреккә сығарыу шарты ир-ат ҡолдарҙы азат итеү кеүек түгел. 8Әгәр ул ҡыҙҙың хужаһы уны ҡатын итеп алырға теләп тә, һуңынан күңеле ҡайтһа, ҡыҙҙы йолом түләп алырға теләүсегә ул үҙенең ризалығын бирһен, әммә сит халыҡ кешеһенә һатырға хоҡуғы юҡ, сөнки ул ҡыҙ менән ғәҙел мөғәмәлә итмәгән һанала. 9Әгәр ҙә ул ҡол ҡыҙҙы улына ҡатынлыҡҡа алған булһа, үҙенең ҡыҙы һымаҡ мөғәмәлә итһен. 10Әгәр ҙә хужа үҙенә икенсе ҡатын алһа, тәүгеһен ризыҡтан, кейемдән һәм ҡатынлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. 11Әгәр ҙә ире уның өсөн ошо өс нәмәне эшләмәһә, ҡатыны унан йолом аҡсаһы түләмәйенсә иреккә сыға ала.
Үлтереү һәм башҡа етди енәйәттәр тураһында ҡанун
12Әгәр ҙә берәү икенсе кешене һуғып үлтерһә, ул үҙе лә үлтерелергә тейеш. 13Ләкин кеше берәйһен яңылышлыҡ менән үлтерһә һәм быға Алла ихтыяр иткән булһа, үлтергән кеше Мин һеҙгә билдәләп ҡуясаҡ урынға ҡасып ҡотола ала. 14Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.
15Атаһына һәм әсәһенә ҡул күтәргән һәр кем үлтерелергә тейеш.
16Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш.
17Атаһын йәки әсәһен хурлаған һәр кем үлтерелергә тейеш.
18Әгәр ҙә низағ ваҡытында берәү икенсе берәүҙе таш бәреп йәки йоҙроҡ менән һуғып имгәтһә, тегеһе иҫән ҡалһа, ләкин ятып ауырыһа, 19аҙаҡтан түшәгенән тороп, таяҡҡа таянып, өйҙән сығып йөрөй башлаһа, һуҡҡан кеше язаға тарттырылырға тейеш түгел. Фәҡәт имгәнгән кешегә эшләй алмаған көндәре өсөн түләһен һәм һауыҡҡанға тиклем уны ҡараһын.
20Хужа кеше ҡолон йәки ҡолиәһен таяҡ менән туҡмап, тегеләр шул урында уның ҡулынан вафат булһа, үлем өсөн хужаһы яза күрергә тейеш. 21Әгәр ҙә ҡол йәки ҡолиә шунан һуң бер-ике көн йәшәһә, яза биреү кәрәкмәй: ҡол – хужаның мөлкәте.
22Ир-ат һуғышҡан ваҡытта ауырлы ҡатынға һуғып, тегеһенең балаһы төшһә, әммә үҙенә башҡа зыян килмәһә, ғәйепле кеше ҡатындың төшкән ауыры өсөн иренең талабы менән хакимдар әйткән күләмдә аҡса түләргә тейеш. 23Ҡатынға ниндәй зыян килтерелһә, шундай уҡ яуап ҡайтарылырға тейеш: йәнгә – йән, 24күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ, 25тән бешкәнгә – тән бешеү, яраға – яра, имгәнеүгә – имгәнеү.
26Әгәр ҙә хужаһы, ҡолон йәки ҡолиәһен туҡмап, уларҙың күҙен зарарлаһа, күҙе өсөн уларҙы иреккә ебәрһен. 27Әгәр ҙә ҡолоноң йәки ҡолиәһенең тешен һуғып һындырһа, теше өсөн уларҙы иреккә ебәрһен.
Мал эйәләренең яуаплылығы тураһында
28Әгәр берәйһенең үгеҙе ир йә ҡатынды һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙе таш бәреп үлтерегеҙ, итен ашамағыҙ. Ә үгеҙҙең хужаһы ғәйепле түгел. 29Әгәр ҙә үгеҙ элек тә һөҙгәк булып, был хаҡта хужаһы иҫкәртелә килһә, ләкин ул үгеҙен ҡарап йөрөтмәйенсә, тегеһе берәй ир йә ҡатынды үлтерә һөҙһә, үгеҙ таш бәреп үлтерелһен, хужаһы ла үлемгә дусар ителһен. 30Әгәр ҙә үгеҙ хужаһына түләү һалһалар, күпме һалынған, шул тиклем түләп, ғүмерен һаҡлап ҡала ала. 31Үгеҙ берәйһенең улын йәки ҡыҙын һөҙөп үлтерһә, ошо уҡ ҡанун ҡулланыла. 32Әгәр ҙә үгеҙ ҡолдо йәки ҡолиәне һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙең хужаһы ҡолдоң хужаһына утыҙ шекел көмөш түләргә тейеш, ә үгеҙҙе таш бәреп үлтереү фарыз.
33Әгәр ҙә берәү һыу соҡорон асыҡ ҡалдырһа йәки яңы соҡор ҡаҙып, уны япмай ҡуйһа, унда үгеҙ йәки ишәк төшөп ҡазаланһа, 34соҡор хужаһы мал хаҡын ҡайтарырға тейеш, ә үләкһәһен үҙенә алһын.
35Әгәр ҙә бер үгеҙ икенсе үгеҙҙе һөҙөп ҡазалаһа, тере үгеҙҙе һатһындар ҙа хаҡын бүлешһендәр, зыянланған үгеҙҙе лә уртаҡлашып алһындар. 36Үгеҙҙең электән үк һөҙгәк булыуы мәғлүм булһа, зыянды үгеҙен ҡарамаған хужа ҡаплаһын; үгеҙ өсөн үгеҙен бирһен, ә үләкһәһен үҙенә алһын.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in