YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 22

22
Мөлкәт тураһындағы ҡанундар
1Әгәр ҙә берәү үгеҙ йә һарыҡ урлап һуйһа йәки һатһа, урынына үгеҙ өсөн биш үгеҙ, һарыҡ өсөн дүрт һарыҡ бирергә тейеш. 2-4Бур үҙе килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә түләрлек хәле булмаһа, уғрылығы өсөн уның үҙен ҡоллоҡҡа һатһындар. Әгәр ҙә урланған мал – үгеҙме ул, ишәкме йәки һарыҡмы – урлаусыла тере көйө табылһа, ҡараҡ бер баш мал урынына икене ҡайтарһын.
Әгәр ҙә ҡараҡ, төн ҡараһын файҙаланып, өйгә төшөргә маташҡан саҡта тотолһа, уны үлтергән кеше ғәйепле түгел. Ләкин был хәл ҡояш сыҡҡас булһа, үлтергән кеше ғәйепте үҙе күтәрер.
5Әгәр ҙә берәү, малын ебәреп, кеше баҫыуын йәки йөҙөм баҡсаһын тапатһа, үҙ баҫыуының иң һәйбәт уңышын һәм йөҙөм баҡсаһының иң яҡшы емешен биреп, зыянды ҡаплаһын.
6Әгәр ҙә берәйһе яҡҡан ут, сәнскәкле ҡыуаҡтарға тоҡанып, өйөлгән иген эҫкертен, үҫеп ултырған ашлыҡты йәки тотош баҫыуҙы ялҡын ялмап алһа, зыянды ут яҡҡан кеше ҡапларға тейеш.
7Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш. 8Әгәр уғрыны таба алмайҙар икән, әйберҙе һаҡлауға алып торған йорт хужаһы, кеше әйберенә ҡул һуҙмауы раҫланһын өсөн, Алла хозурына хөкөмгә баҫырға тейеш.
9Әгәр ике кеше үгеҙ, ишәк, һарыҡ, кейем-һалым йәки юғалған әйбер тураһында бәхәсләшһә, икеһе лә уны «минеке» тип әйтһә, эш Алла хозурында ҡаралырға тейеш. Алла кемде ғәйепле тип таба, шул ғәйепһеҙенә әйбер хаҡын икеләтә арттырып түләргә тейеш.
10Әгәр ҙә берәй кеше икенсеһенә ҡарап торорға тип ишәген, үгеҙен, һарығын йәки бүтән төрлө малын биреп торһа һәм шул ваҡыт эсендә мал зыянланһа, имгәнһә йәки бер кем күрмәгәндә уны ҡыуып алып китһәләр, шәһәҙәт ҡылырға шаһиттар булмаһа, 11малды ҡарарға алған әҙәм, кеше мөлкәтенә хасланмауын раҫлап, Раббы хозурында ант итһен. Мал хужаһы иһә антты ҡабул итергә тейеш. Шулай булғанда был мал өсөн хужаға хаҡ түләнмәй. 12Ләкин мал унан урланған икән, ҡараған кеше хужаһына зыянды ҡапларға тейеш. 13Әгәр ҙә малды йыртҡыс талаған булһа, ҡараған кеше, быны иҫбатлап, малдың ҡалған емтеген күрһәтһен – шунда зыянланған мал өсөн түләмәҫ.
14Әгәр ҙә берәү файҙаланыу өсөн икенсеһенән мал алып торһа, хужаһы булмағанда теге мал имгәнһә йә зыянланһа, алып торған кеше зыянды ҡапларға тейеш. 15Әгәр ҙә был хәл хужаһының күҙ алдында булһа, зыян ҡаплатылмай, шулай ҙа малды файҙаланған өсөн аҡса түләнгән икән, хужаға башҡаса түләнергә тейеш түгел.
Әхлаҡ тураһында ҡанун
16Әгәр ҙә берәй ир кеше йәрәшелмәгән ғиффәтле ҡыҙҙы алдап, уның менән яҡынлыҡ ҡылһа, ул, ҡыҙҙың атаһына мәһәр түләп, ҡыҙға өйләнергә тейеш. 17Әгәр ҙә ҡыҙҙың атаһы уны был кешегә бирергә теләмәһә, мәсхәрәләгән ир ҡыҙ өсөн ғиффәтле ҡыҙҙарға тейешле мәһәр аҡсаһын барыбер түләргә тейеш.
18Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ.
19Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен.
20Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып#22:20 Харам ҡылыу – йәһүд телендә Раббыға бағышлауҙы – харам ҡылыуҙы, йәғни тулыһынса юҡ итеүҙе аңлата. Шул рәүешле Раббыға бағышланған нәмәне ҡулланырға ярамаған, ул тулыһынса юҡ ителергә тейеш булған. юҡ ителергә тейеш.
21Килмешәкте ҡыҫырыҡлама һәм йәберләмә – үҙегеҙ ҙә Мысыр ерендә килмешәк булдығыҙ. 22Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә. 23Әгәр уларҙы йәберләһәң, улар Миңә ялбарыр һәм Мин уларҙың зарҙарын мотлаҡ ишетермен. 24Шул саҡ асыуым ялҡынланып, Мин һеҙҙе ҡылыс менән юҡ итермен һәм ҡатындарығыҙ – тол, ә балаларығыҙ етем ҡалыр.
25Әгәр Минең халҡымдан берәйһе ярлы булып, һин уға үтескә аҡса биреп тораһың икән, риба#22:25 Риба – биреп торған әйбер йәки аҡсанан алынған процент. алыусы булма, унан риба һорама. 26Яҡыныңдан аманат итеп кейемен алып тораһың икән, ҡояш байығансы ҡайтар – 27башҡа ябыныр әйбере юҡ уның. Унһыҙ нисек йоҡлаһын ул? Ул Миңә ялбарыр ҙа, уны ишетермен, сөнки Мин мәрхәмәтлемен.
28Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.
29Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ. 30Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ.
31Һеҙ – Минең Үҙемә һайлап алған халҡым, шуға күрә йыртҡыс талаған хайуан итен ашамағыҙ, эттәргә ташлағыҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in