YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 20

20
Ун бойороҡ
1Бына Алланың Исраил халҡына әйткән һүҙҙәрҙе. Ул былай тине:
2– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.
3Минән башҡа аллаларың булмаһын.
4Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама. 5Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын. 6Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.
7Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.
8Шәмбе көнөн хәтереңдә тот һәм уны изге ит. 9Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар, 10ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ. 11Сөнки алты көн эсендә Раббы күкте һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәләрҙе яратты, ә етенсе көндө ял итте. Шуға ла Раббы, шәмбе көндө мөбәрәк ҡылып, изге көн булараҡ айырҙы.
12Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
13Кеше үлтермә.
14Зина ҡылма.
15Урлашма.
16Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
17Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.
Исраилдарҙың Алланан ҡурҡыуы
18Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.
19– Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ.
20– Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде.
21Халыҡ ситтәрәк ҡарап торҙо, Муса Алла янына, ҡара болот эсенә инеп китте.
Ҡорбан усағы тураһындағы ҡанун
22Раббы Мусаға былай тине:
– Исраил халҡына әйт: күктән һеҙҙең менән һөйләшкәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ. 23Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ. 24Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын. 25Миңә ҡорбан усағын таштан эшләр булһағыҙ, уны юнылған таштан төҙөмәгеҙ; юныу ҡоралы уны бысраҡ итер. 26Ҡорбан усағы баҫҡыс менән менерлек булмаһын, юғиһә кейем аҫтындағы яланғас урынығыҙ күренер.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in