YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 19

19
Алланың Синай тауында исраилдарға күренеүе
1Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте. 2Рефидимдан ҡуҙғалып китеп, Синай сүленә килеп туҡтаған Исраил халҡы тау ҡаршыһында туплам булып урынлашты.
3Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште:
– Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер: 4«Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ. 5Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке; 6һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.
7Муса, тауҙан төшөп, халыҡтың аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла уларға Раббы ҡушҡандарҙың һәммәһен дә һөйләп бирҙе. 8Бөтөн халыҡ бер булып, былай тип яуапланы:
– Беҙ Раббы әйткәндең барыһын да үтәрбеҙ.
Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткерҙе.
9Раббы Мусаға:
– Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине.
Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс, 10Раббы Мусаға:
– Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар, 11иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк. 12Кешеләр өсөн, тауҙы уратып, сик һыҙығы һыҙ. Әйт, тауға менеүҙән һаҡланһындар, хатта уның итәгенә лә яҡын килмәһендәр. Тауға ҡағылған һәр кем үлтерелер. 13Тауға ҡағылған затҡа иһә ҡул менән тотонмағыҙ, уны таш бәреп йә уҡтан атып үлтерегеҙ. Тауға ҡағылған йән эйәһе – хайуанмы ул, кешеме – тере ҡалырға тейеш түгел. Оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртҡан мөгөҙ борғо тауышын ишеткәс кенә улар тауға күтәрелә алыр.
14Муса тауҙан төштө лә халыҡты изгеләндерҙе. Кешеләр өҫ кейемдәрен йыуҙы. 15Муса халыҡҡа былай тине:
– Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.
16Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды. 17Муса халыҡты Алла менән күрешер өсөн тупламдан алып сыҡты. Улар тау итәгенә барып туҡтаны. 18Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине. 19Мөгөҙ борғоноң тауышы көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Шул саҡ Муса Аллаға мөрәжәғәт итте һәм Алла уға күк күкрәтеп яуап бирҙе.
20Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды. 21Раббы Мусаға:
– Бар, төш тә халыҡты иҫкәрт: Раббыны күрергә ашҡынып сикте үтмәһендәр, юҡһа уларҙың күптәре харап булыр. 22Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер.
23– Халыҡ Синай тауына менергә баҙнат итмәҫ, – тине Муса Раббыға. – Һин бит тауҙы уратып һыҙыҡ һыҙырға һәм шул ерҙе изге тип иҫәпләргә ҡуштың.
24Раббы Мусаға:
– Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине.
25Муса халыҡ янына төштө лә уларға барыһын да һөйләп бирҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in