YouVersion Logo
Search Icon

Даниил 7

7
Даниилдың дүрт януар тураһындағы төшө
1Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.
2Даниил былай тип бәйән итте:
– Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем. 3Бына диңгеҙҙән бер-береһенә оҡшамаған дүрт дәү януар килеп сыҡты.
4Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде.
5Тағы ла күрҙем: икенсе януар айыуға оҡшағайны. Ул бер яғында ҡырын ята ине. Уның ауыҙында тештәре араһында өс ҡабырға һөйәге тарбайып күренә. Уға: «Тор ҙа күп итеп ит аша!» – тип әйтелде.
6Шунан мин тағы бер януар күрҙем – ул арҡаһында дүрт ҡош ҡанаты булған ҡапланға оҡшағайны. Өҫтәүенә ул дүрт башлы ине, уға хакимлыҡ хоҡуғы бирелгән ине.
7Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине. 8Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.
9Шунан күрҙем:
Тәхеттәр ҡуйылды,
Мәңгелек Зат тәхеткә ултырҙы.
Кейемдәре ап-аҡ ҡар ише,
Сәстәре – бәрәс йөнө һымаҡ салт.
Тәхете – утлы ялҡын,
Тәгәрмәстәре – дөрләп янған ут.
10Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға.
Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә,
Күптин-күптәр алдында әҙер тора.
Бына хөкөм ултырышы башланды,
Һәммә китаптар асылды.
11Мин, мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем. 12Ҡалған януарҙарҙан да хакимлыҡ алынды, ләкин мөҙҙәт еткәнгә тиклем ғүмерҙәре һаҡланды.
13Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем:
Күктәге болоттар араһында
Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная.
Килеп етеү менән, уны
Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.
14Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде.
Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо.
Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ.
Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.
15Мин, Даниил, хафаға ҡалдым – күргәндәрем мине ҡурҡытты. 16Мин, шунда баҫып торған берәү эргәһенә килеп, унан был хәлдәрҙең нимә аңлатҡанын һораным. Ул, мин күргәндәрҙең асылын төшөндөрөп, былай тине:
17«Был дүрт дәү януар ерҙә күтәрелеп сығасаҡ дүрт батшалыҡты аңлата. 18Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән-мәңгегә хакимлыҡ итәсәк».
19Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп, ҡалғанын аяҡтары менән тапап барған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем. 20Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине. 21-22Мин был мөгөҙҙөң изгеләр менән һуғыш башлағанын һәм уларҙы Мәңгелек Зат килгәнгә тиклем еңеп барыуын күрҙем. Ул килгәс, Юғарыларҙан Юғарының изгеләре файҙаһына хөкөм сығарылды, батшалыҡты уларға биләп алырға ваҡыт етте.
23Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине:
«Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр. 24Ә ун мөгөҙ түбәндәгене белдерә: был батшалыҡта ун батша күтәрелеп сығыр, шунан элеккеләренә оҡшамаған йәнә бер батша пәйҙә булып, ул тегеләр араһынан өс батшаны ҡолатыр. 25Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер йылға, ике йыл да йәнә ярты йылға уның ҡул аҫтына бирелер. 26Һуңынан иһә хөкөм ултырышы башланыр, һәм был батшанан хакимлыҡ тартып алыныр, ул бөтөнләй юҡ ителер. 27Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».
28Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in