Даниил 6
6
Даниил арыҫландар соҡоронда
1Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне. 2Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-юғалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды. 3Үҙенә бирелгән тиңдәшһеҙ рух менән Даниил был вәзир һәм идарасылар араһында айырылып тора ине, шуға ла батша уны бар батшалыҡҡа баш итеп ҡуйырға ниәтләне.
4Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы. 5Ниһайәт, был вәзир һәм идарасылар:
– Үҙ Аллаһы ҡанунына эйәреүендә генә ғәйепләмәһәк, беҙ Даниилдан башҡа хилафлыҡ таба алмабыҙ, – тинеләр.
6Шунан был вәзирҙәр һәм идарасылар күмәкләшеп батша янына килделәр ҙә былай тип һүҙ башланылар:
– Дарий батшаға мәңге йәшәргә яҙһын! 7Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар. 8Эй батша, фарман сығарып, уға ҡулыңды ҡуй. Ул ҡарар, мадайҙар һәм фарсыларҙың үҙгәрмәҫ ҡануны кеүек үк, ғәмәлдән сығарылмаҫлыҡ булһын.
9Дарий батша бының менән килеште һәм, ҡарар сығарып, ҡулын ҡуйҙы. 10Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.
11Һүҙ ҡуйышҡан теге бәндәләр, күмәкләшеп килеп, Даниилдың үҙ Аллаһына доға ҡылып ялбарған сағын тап иттеләр. 12Шунан һуң батшаға барып, ул сығарған ҡарарға ҡағылышлы былай тинеләр:
– Һин бит, батша, утыҙ көн буйы үтенесе менән һиңә түгел, ә башҡа илаһҡамы йәки кешегәме мөрәжәғәт иткән әҙәмде арыҫландар янына соҡорға ташларға, тигән фарман сығарғайның.
– Был ҡарарым ҡәтғи, ул үҙгәрмәй торған мадай һәм фарсылар ҡануны! – тип яуап ҡайтарҙы батша.
13Шул саҡ тегеләр батшаға:
– Эй батша, бында Йәһүҙәнән һөргөнгә килтерелгән кешеләрҙең береһе Даниил, һинең менән дә, эй батша, һин раҫлаған ҡарар менән дә иҫәпләшмәй: ул көнөнә өс мәртәбә үҙ Аллаһына доға ҡыла, – тинеләр.
14Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша бик ҡаты ҡайғыға ҡалды һәм Даниилды нисек тә ҡотҡарырға тырышты: эңер төшкәнсе уны йолоп алыу юлын эҙләне. 15Ләкин тегеләр, батша янына күмәкләшеп килеп, былай тинеләр:
– Беләһең бит, батша, мадай һәм фарсыларҙың ҡануны буйынса, батшаның бер генә ҡарарын, бер генә фарманын да үҙгәртергә ярамай.
16Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға:
– Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.
17Таш килтереп, соҡорҙоң ауыҙын томаланылар. Даниилға ҡарата нисек ҡарар ителгән, шулай булһын өсөн батша ташҡа үҙенең һәм вәзир-бәктәренең мөһөр йөҙөктәре менән тамға һалды. 18Шунан батша үҙ һарайына ҡайтып китте, ашамай-эсмәй, күңел асмай төн үткәрҙе, уны бөтөнләй йоҡо алманы.
19Иртәгәһенә батша, таң алдынан тороп, арыҫландар тотолған соҡор янына ашыҡты. 20Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән:
– Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.
21Шул саҡ Даниил батшаға:
– Мәңге йәшә, батшам! – тине. – 22Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ.
23Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне.
24Батша Даниилды ошаҡлаған теге кешеләрҙе, балалары һәм ҡатындары менән бергә алып килеп, арыҫландар ултырған соҡорға ташларға ҡушты. Тегеләр соҡор төбөнә төшөп етергә лә өлгөрмәне, арыҫландар уларҙы ҡармап алып, өҙгөсләп ташланы.
25Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы:
«Именлек һәм муллыҡ һеҙгә! 26Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон.
Сөнки Ул – тере Алла,
Мәңге йәшәр Алла,
Уның батшалығы емерелмәҫ,
Хакимлығының ахыры булмаҫ.
27Ул ҡотҡара һәм аралай,
Күктә лә, ерҙә лә
Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла.
Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды».
28Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте.
Currently Selected:
Даниил 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: