Даниил 8
8
Даниилдың һарыҡ һәм кәзә тәкәләре тураһындағы күренмеше
1Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.
2Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш. 3Ҡараһам, яр башында бер һарыҡ тәкәһе тора, уның ике ҙур мөгөҙө бар. Һуңыраҡ үҫеп сыҡҡан мөгөҙө беренсеһенән ҡалҡыуыраҡ. 4Мин уның көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарға боролоп һөҙгәнен, уға бер ниндәй хайуандың да ҡаршы тора алмағанын күрҙем. Унан ҡотолоу юҡ; ул нимә теләй, шуны эшләй, торған һайын көсәйә бара.
5Мин был турала уйланып торған арала, көнбайыштан тотош ер йөҙөн иңләп килгән бер кәзә тәкәһе күренде. Уның тояҡтары ергә теймәй, ике күҙе араһында бик ҙур мөгөҙө бар. 6Ул мин яр буйында торғанын күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе яғына йүнәлде, асыу-ярһыу менән уға табан ынтылды. 7Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине. 8Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты. 9Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡҡа, көнсығышҡа һәм Гүзәл ил#8:9 …Гүзәл ил – бында Исраил күҙ уңында тотола (11:16, 41-се аяттарҙа ла шул уҡ мәғәнә). яғына йәйелде. 10Ул, күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы. 11Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе. 12Көн дә килтерелә торған ҡорбандар артынса ғәскәр ҙә хурлыҡҡа дусар ителде. Ул хәҡиҡәтте ергә ауҙарҙы; үҙ ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙанды.
13Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем:
– Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?
14Тегеһе:
– Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе.
15Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып, башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды, 16һәм шул саҡ Улай йылғаһы өҫтөндә кемдеңдер:
– Ябраил! Уға был күренмеште аңлатып бир, – тип әйткән тауышын ишеттем.
17Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә:
– Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.
18Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып, йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:
19– Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –
20Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары. 21Ә кәзә тәкәһе – Яуан#8:21 Яуан – Грецияның боронғо атамаһы. батшаһы ул. Уның ике күҙе араһындағы ҙур мөгөҙ – беренсе батша. 22Мөгөҙөнөң һыныуы һәм уның урынына башҡа дүрт мөгөҙ үҫеп сығыуы – ошо халыҡтан йәнә дүрт батшалыҡ барлыҡҡа киләсәгенә ишара, ләкин улар беренсе батшаныҡы һымаҡ көскә эйә булмаясаҡ.
23Был батшалыҡтарҙың ахырында,
Ҡылған золомдары хаттин ашҡас,
Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр.
24Үҙ көсө менән булмаһа ла,
Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр,
Ҡот осҡос емереклектәр ҡылыр,
Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр,
Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.
25Хәйләкәрлеге арҡаһында
Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр,
Үҙен бөйөктәргә тиңләр.
Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер,
Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер.
Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.
26Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.
27Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.
Currently Selected:
Даниил 8: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: