YouVersion Logo
Search Icon

Даниил 5

5
Белшассарҙың мәжлесе.
Серле яҙыу
1Белшассар батша үҙенең бер мең вәзир-бәге өсөн оло мәжлес ойошторҙо һәм улар менән бергә шарап эсте. 2Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды. 3Ҡорамдан, Йәрүсәлимдәге Алла йортонан, алып ҡайтылған алтын һауыттарҙы алып килгәс, батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсә башланы. 4Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.
5Көтмәгәндә кешенең ҡул суғы пәйҙә булды ла батша һарайының ағартылған диуарына шәмдәл ҡаршыһына ниҙер яҙа башланы. Батша яҙған ҡулды үҙ күҙҙәре менән күрҙе. 6Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы. 7Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә:
– Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.
8Батшаның аҡыл эйәләре килде, ләкин улар яҙыуҙы уҡый ҙа, уның мәғәнәһен аңлата ла алманы. 9Шул саҡ Белшассар бик ҡаты ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, вәзир-бәктәренең дә күңелен шом баҫты.
10Батшаның әсәһе батшабикә, улы менән уның вәзир-бәктәренең нимә хаҡында һөйләшкәнен белеп ҡалғас, мәжлес барған бүлмәгә керҙе лә:
– Мәңге йәшә, батша! – тине. – Һин юҡҡа ҡурҡҡанһың, йөҙөң юҡҡа ағарынған. 11Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә, илаһи зирәклеккә эйә булғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне. 12Батша Даниилды Белтешассар тип йөрөттө, ул тиңдәшһеҙ рухҡа, төш юрау, төрлө серҙәрҙе аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеү өлкәһендә белемгә һәм зиһенгә эйә ине. Әйҙә, Даниилды саҡырһындар – ул яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирер.
13Даниилды батша янына алып килделәр. Батша унан:
– Атайым батша Йәһүҙәнән алып ҡайтҡан әсирҙәрҙең берәүһе – Даниил тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – 14Һиндә илаһи рух бар, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем. 15Анау яҙыуҙы уҡып, миңә уның мәғәнәһен аңлатһындар өсөн аҡыл эйәләрен һәм сихырсыларҙы саҡырғайнылар, ләкин улар аңлатып бирә алманы. 16Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың.
17Даниил батшаға:
– Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине.
18– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән. 19Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө. 20Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде. 21Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.
22Һин дә, Белшассар, уның улы, быны белеп тә, нәфсеңде тыйманың. 23Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның. 24Шуға ла был ҡул Унан ебәрелгән һәм был һүҙҙәр яҙылған.
25Бында былай тип яҙылған:
Мене Мене Текел у-Парсин.
26Бына ул нимә аңлата:
Мене – «Алла һинең батшалыҡ итеүеңде иҫәпләп сығарған һәм уға сик ҡуйған».
27Текел – «Һин үлсәүҙә үлсәндең һәм үтә еңел булып сыҡтың».
28Пәрәс#5:28 Пәрәс – йәһүд телендә «бүленгән» тигән мәғәнәлә. Ул «парсин» һүҙенең берлек формаһы булып тора. – «Һинең батшалығың, бүлгеләнеп, мадайҙар менән фарсыларға бирелде».
29Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр.
30Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде. 31Мадайҙан Дарий батшалыҡты үҙ ҡулына алды, уға был осорҙа алтмыш ике йәш ине.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in